Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы
Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы (22 сентябрь 1937 йыл — 28 декабрь 2023 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1983—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1998), педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
Биографияһы
Эдуард Шәйхулла улы Хәмитов 1937 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Яңы Киҙгән ауылында тыуған.
1958 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм шунда үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1964—1966 йылдарҙа Куйбышев дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, ә һуңыраҡ деканы булып эшләй[1].
1966—1969 йылдарҙа Өфө нефть институтында доцент, кафедра мөдире булып эшләй.
1969—1972 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында доцент, кафедра мөдире һәм декан булып эшләй. Ә 1972—1983 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор вазифаһын биләй.
1983 йылдан алып 2005 йылға тиклем — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры.
2005—2007 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты.
2008 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры кәңәшсеһе.
Ҡыҙы Эльза М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультеты профессоры.
Ғалим һәм педагог 2023 йылдың 28 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Профессор Хәмитовтың төп фәнни йүнәлештәре — педагогик белем биреү, физика уҡытыу методикаһы[3]. Ул 60 фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу әсбаптары, шулай уҡ Башҡортостан мәғарифын үҫтереү концепцияһын һәм программаһын эшләүсе ғилми коллектив етәксеһе.
Һайланма әҫәрҙәре
- Контингент гуманитарного вуза: теория, подходы, практика формирования. — Челябинск: Факел, 1999.
- Профессиональная педагогическая подготовка в переломные периоды развития общества. — Уфа: Китап, 2001. (авторҙаш).
- Стратегия развития образования в евразийском пространстве. — Уфа: БГПУ, 2002 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Профиль на сайте АН РБ
- ↑ В Уфе ушел из жизни бывший ректор Башкирского педуниверситета Эдуард Хамитов. ИА «Башинформ», 28 декабря 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2023)
- ↑ Статья в Большой биографической энциклопедии
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Хамитов Эдуард Шайхуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2023)