Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич; 1951 йылдың 4 марты, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе</ref>[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан республикаһы Фәндәр Академияһының Социаль-гуманитар фәндәр һәм технологиялар Бүлеге ҡарамағындағы хоҡуҡ һәм политология буйынса ғилми совет рәйесе[2].
Биографияһы
Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған.
Мәктәпте бөткәндән һуң 2 йыл Ирәндек совхозында эшсе була. 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.
Дыуан районында (1973−1974), Салауат ҡалаһында (1974—1976) һәм Баймаҡ районында (1976−1978) прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1974 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай ит комбинатында юрисконсульт була, унан һуң Сибай ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигының ярҙамсыһы булып эшләй.
1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының аспирантураһына инә. «Рәсәй составындағы Башҡортостандың хоҡуҡи статусы, ХVI — XXI быуаттар» тигән темаға кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1978 йылдан алып Сибай ҡала халыҡ депутаттары советы башҡарма комитетында. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт университетында ла уҡыта.
1990 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Юғары советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынсаса комиссияһы, 1995—99 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһының урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр эштәре, йәмәғәт һәм дини берекмәләр буйынсаса комитетты, 2003 йылдан башлап урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынсаса комитетты, 2008 йылдан — урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынсаса комитеттың рәйесе, 2010 йылдаг — Секретариат етәксеһе, бер үк ваҡытта 2005 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.
2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе, 2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе. 1996—2000 йылдарҙа Европа Советының Урындағы һәм төбәк властары конгресында (Страсбург ҡалаһы, Франция) Рәсәй Федерацияһы вәкиле[2][3].
Хеҙмәттәре
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы — 200-ҙән ашыу ғилми публикация авторы.
- Еникеев Зуфар Иргалиевич. Правовой статус Башкортостана в составе России, ХVI — XXI вв. (История и современность) : Дис. … д-ра юрид. наук : 23.00.02 : Москва, 2003 387 c. РГБ ОД, 71:04-12/12-2
- Конституционно‑правовое развитие Башкортостана. Уфа, 2008.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)
- Салауат Юлаев ордены (2011)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Еникеев Зуфар Иргалиевич. Академия наук Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Научный совет по праву и политологии. Академия наук Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026.
- ↑ Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
Һылтанмалар
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=1056 Архивная копия от 25 сентябрь 2020 на Wayback Machine
- http://law.edu.ru/person/person.asp?persID=1121594 Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine