Ибәтуллин Урал Ғәли улы

Ибәтуллин Урал Ғәли улы (рус. Ибатуллин, Урал Галиевич1948 йылдың 5 марты, Малаяҙ, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет, Рәсәй ғалим-химик-технологы. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).

Биографияһы

1948 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлап, Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1971 йылда, юғары һөнәри белем алғандан һуң, ошо уҡыу йортонда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1978 йылдан — Башҡортостан нефть ятҡылыҡтарын разведкалау ғилим-тикшеренеү һәм проект институтында, 1980 йылдан — Өфө нефть институтында, 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге фәнни-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары.

2009 йылдан БДУ-ның Химия-технология факультеты деканы урынбаҫары.

2011 йылдан Башҡортостан хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производство хәүефһеҙлеге тармаҡ-ара институтының проректоры.

Ғилми эшмәкәрлеге

350-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы һәм 53 төрлө СССР, Рәсәй уйлап табыу танытмаһына һәм патентына эйә, 6 монография һәм әсбап авторы. Ғилми жеҙмәттәре химия өлкәһендә гетероциклик берләшмәләрҙе тикшереүгә, сәнәғәт экологияһы, экологик менежмент, тәбиғәттән файҙаланыу һәм хеҙмәт иҡтисадына бағышланған[1].

Ғаиләһе

Атаһы — Ғәли Шәрәфетдин улы, 3-сө ранг хәрби табип, Малаяҙ үҙәк дауаханаһының һәм БАССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1-се дауаханаһының баш табибы (1950—1955)[2]. Ҡатыны — Ибәтуллина София Мөхәммәт ҡыҙы, техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының информатика кафедраһы мөдире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)[3].

Ғилми хеҙмәттәре

  • Обращение с отходами производства и потребления. Уфа, 2005 (соавт.);
  • Экологическая безопасность региона: аспекты управления. Екатеринбург, 2008 (соавт.);
  • Методы оценки и управления профессиональными рисками. Уфа, 2012 (соавт.).

Иҫкәрмәләр

  1. Н.В.Давиденко. Ибәтуллин Урал Ғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К.К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 251. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.
  3. О присвоении почетного звания «Заслуженный деятель науки Республики Башкортостан» Ибатуллину У. Г. docs.cntd.ru (17 май 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.

Әҙәбиәт

  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 288.

Тема буйынса өҫтәмә