Моратов Зиннәт Ибәт улы

Моратов Зиннәт Ибәт улы (27 декабрь 1905 йыл (9 ғинуар 1906 йыл) — 31 май 1988 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1944—1957 йылдарҙа КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары.

Биографияһы

Зиннәт Ибәт улы Моратов 1905 йылдың 27 декабрендә (1906 йылдың 9 ғинуарында) Өфө губернаһының Яңы Ҡалмаш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) тыуа.

1930 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1930 йылда Ленинград политехник институтын, 1933 йылда Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай. Милләте татар[1].

  • 1920—1926 йылдар — ремонт эшсеһе, Томск тимер юлында йөк ташыусы,
  • 1927—1930 йылдар — Ленинград политехник институты студенты,
  • 1930—1933 йылдар — Ленинград һыу транспорты инженерҙары институтында уҡытыусы, Красная профессура институты тыңлаусыһы,
  • 1933—1935 йылдар — Омск тимер юлының идара итеү партия комитеты секретары һәм сәйәси бүлек секторы начальнигы,
  • 1935—1941 йылдар — Тимер юл транспорты сәйәси хеҙмәткәрҙәренең Үҙәк партия курстары начальнигы,
  • 1942 йыл — ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағында Партия контроле комитетының яуаплы секретары,
  • 1943 йыл — Киров өлкәһе буйынса ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағында Партия контроле комитеты вәкиле,
  • 1943—1944 йылдар — ВКП(б)-ның Татарстан өлкә комитетының өсөнсө һәм икенсе секретары,
  • 1944—1950 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Ҡазан ҡала комитеты секретары,
  • 1944—1957 йылдар — ВКП(б)-ның—КПСС-тың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары,
  • 1957—1960 йылдар — КПСС Үҙәк Комитеты инспекторы.

1960 йылдан — хаҡлы ялда.

1952—1961 йылдарҙа ВКП(б) һәм КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы, СССР-ҙың 2—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1988 йылдың 31 майында Мәскәүҙә вафат була, Троекуров зыяратында ерләнгән[2].

Өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһында эшмәкәрлеге

  • СССР-ҙың 2—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ТАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ТАССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, ВКП(б)—КПСС съездары делегаты, СССР Халыҡ контроле комитетының Йәшәйеш именлеге үҙәге комиссияһы ағзаһы.
  • Зиннат Моратов татарҙарҙан беренсе булып партияның Татарстан өлкә комитетын етәкләй (унан алда был вазифала булған 16 кеше бер нисек тә титуллы милләткә ҡарамай)[3].
  • Ул вазифаһын оҙаҡ ваҡыт — 13 йыл тиерлек биләгән тәүге республика етәксеһе була, ә унан алдағылар был вазифала уртаса 2-3 йыл һайын алмашынған[4].
  • И. В. Сталин хуплауы һәм Моратов З. И. инициативаһы буйынса 1952 йылда КПСС Үҙәк Комитеты Татарстан өлкә комитетын крайкомға үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә, уның буйынса республика ике өлкәгә — Ҡазан һәм Чистополгә бүленә[5].

Ғаиләһе

  • Улы — Раднэр Моратов (1928—2004) — совет киноактёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
  • Улы — Лир Моратов (1932—2018) — шахмат буйынса Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, халыҡ-ара шахмат буйынса арбитр.
  • Улы — Родэс Моратов (1937 йылғы) — физик, физика-математика фәндәре докторы. http://www.mathnet.ru/rus/person64933.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Өс Ленин ордены (24.07.1945; 24.06.1950; 31.12.1955)
  • Октябрь Революцияһы ордены (30.12.1975)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (26.12.1985)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (08.01.1966)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1977)
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Ленинградтың 250 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» (1970) миҙалы
  • Мәскәү ҡалаһы КПСС-тың Бауман райкомының Почет грамотаһы
  • 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә юбилей миҙалдары,
  • СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, ТАССР-ҙың, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының билдәләре, дипломдары, почет грамоталары

Иҫкәрмәләр

  1. Муратов Зиннат Ибятович
  2. Могила З. И. Муратова
  3. Все побежали — и я побежал
  4. Первые секретари Татарского обкома, рескома партии (недоступная ссылка). Дата обращения: 20 октября 2007. Архивировано 6 апреля 2009 года.
  5. Камиль Фасеев Игра в эксперименты или как однажды дробили Татарстан 2022 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған.

Категориялар