Юлдыбай (Күгәрсен районы)

Юлдыбай (рус. Юлдыбай) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 276 кеше[2]. Почта индексы — 453340, ОКАТО коды — 80238885006.

2007 йылдың 10 сентябренә тиклем ауыл 1-се Юлдыбай тип йөрөтөлә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 531
1920 йыл 26 август 683
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 437
1959 йыл 15 ғинуар 472
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 340
2002 йыл 9 октябрь 335
2010 йыл 14 октябрь 276 147 129 53,3 46,7

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Хвалын): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 85 км

Урамдары

  • Ҙур Ыҡ урамы (рус. улица Большой Ик )
  • З.Биишева урамы (рус. улица З.Биишевой )
  • М.Кәрим урамы (рус. улица М.Карима )
  • Оло Ыҡурамы (рус. улица Оло-Ик )
  • Тассы урамы (рус. улица Тассы )
  • Һ.Дәүләтшина урамы (рус. улица Х.Давлетшиной)[4]

Тарихы

V ревизия буйынса 1795 йылда Юлдыбай ауылы 25 ихатанан һәм 184 кешенән тора. Уның бер ихаталы утары булған.

1838 йылда ауылда 784 кеше йәшәй. Улар 1184 бот яҙғы иген сәскән. Бында шулай уҡ Юлдыбайҙың улдары мулла Абдулсаттар (1770) һәм Ярмөхәмәт (1750) йәшәгән. VIII һәм X ревизиялар араһында Юлдыбай тип аталған өс ауыл була. 1859 йылда 1-се Юлдыбай ауылы 410 кеше йәшәгән 128 ихатанан, 2-се Юлдыбай 404 башҡорт йәшәгән 40 йорттан тора, 3-сө Юлдыбайҙа ихатала 57 йорт була, унда 142 кеше йәшәй. 2-се Юлдыбай ауылының тағы бер исеме бар — Башҡорт Һатлығы. Һуңғы исеме аҫаба башҡорт Һатлыҡ Аллабирҙин исеменән сыҡҡандыр, күрәһең, ул 1761 йылда Тимашевҡа ер һатыуҙа ҡатнашыу өсөн Һәүен-Ҡыпсаҡ волосы вәкиле итеп һайланған. Өсөнсө ауыл да икенсе исемгә эйә булған — Мораҙым[5]

Топонимдары

Юлдыбай ауылының топонимдар һүҙлеге[6].

Матбуғатта

Сайтта

  • Из материалов башкирского фольклора Кугарчинского района Республики Башкортостан[8]

Видеофильмдар

  • «БАШҠОРТОСТАН ШИШМӘЛӘРЕ» Күгәрсен районының Юлдыбай ауылы янында урынлашҡан Ҡайынтау шишмәһе[9]

Билдәле шәхестәре

  • Килсенбаев Урал Таһир улы (1982), дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2024 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары.
  • Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (1949—?) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә