Ерекле (Күгәрсен районы)

Географик урыны

Район үҙәгенән көньяҡҡа табан 55 км һәм Төйлөгән тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) көньяҡ-көнсығышҡа табан 53 км алыҫлыҡта Ерекле йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 55 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мәҡсүт): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төйлөгән): 53 км[2].

Халыҡ һаны

Ҡалып:Халыҡ һаны

Численность населения
1900 1920 1939 1959 1989 2006 2010 2020
296 315 228 196 118 178 186 121
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 90 % тәшкил итә[3].

Тарих

Ауыл XVII быуатта Нуғай даруғаһы ҠараҠыпсаҡ улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә Бәләкәй Абыҙ исеме менән нигеҙләнә. Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ Ерекле, Етебүләк, Һаҙ исемдәре менән дә теркәлгән[4].

Бәләкәй Абыҙ ауылы (хәҙерге Ерекле) ҠараҠыпсаҡ улусының төп боронғо ауылдарының береһе булып тора. Ул халыҡ һанының сағыштырмаса күп булыуы менән айырылып торған: 1795 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 40 йортта 411 кеше (220 ир-ат һәм 191 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән. Шул уҡ осорҙа ауыл эргәһендә 3 йорттан торған Бәләкәй Абыҙ утары булған.

64 йылдан һуң ауыл һиҙелерлек үҫешә: XIX быуат уртаһына ул 149 йорттан торған, халҡы 870 кешегә еткән. Ауыл халҡы башҡа тораҡ пункттарҙы нигеҙләүҙә лә ҡатнашҡан. Мәҫәлән, 1850 йылда 36 кеше айырылып сығып, Бәләкәй Абыҙ (Бөркөт) исемле яңы ауылға нигеҙ һала (хәҙерге Баш-Бөркөт), ул тәүҙә 12 йорттан торған.

Сығанаҡтарҙа ҡайһы бер нәҫел вәкилдәренең исемдәре һаҡланған: Ҡолшәрип Туйғынов (1779 йылғы) һәм уның улдары Мөхәмәткәрим менән Мөхәмәҙиәр. Ғаилә башлығы үҙенең ҡустылары — Мөхәмәтшәрип, Рамаҙан, Мөхәмәткәрим һәм Абдулнасыр менән бергә йәшәгән.

1842 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Ерекле ауылында 723 кеше йәшәгән, 228 сирек (1824 бот) яҙғы иген сәселгән. Был игенселек менән бер рәттән малсылыҡтың да үҫешкән булыуын күрһәтә[5].

1795 йылда 40 йортта 411 кеше, 1866 йылда 159 йортта 704 кеше йәшәгән. Халыҡтың төп шөғөлө малсылыҡ һәм игенселек булған. Ауылда 2 мәсет эшләгән. XX быуаттың 30-сы йылдарынан хәҙерге Ерекле исеме нығына[4].

Инфраструктура

Ауылда башланғыс мәктәп (Мәҡсүт урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушер пункты, ауыл клубы бар.

undefined

Ерекле ауыл клубы Сөләймән урамы, 25-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. 1985 йылда төҙөлгән, бинаның дөйөм майҙаны 164,3 м² тәшкил итә.

2013 йылдың 16 майында реконструкциянан һуң клуб тантаналы рәүештә асыла. Асыуҙа Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ҡатнаша. Сара район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығындағы концерт менән тамамлана[6].


Клуб ауылдың мәҙәни тормошо үҙәге булып тора. Клубта

  • «Йәшлек» ҡатын-ҡыҙ вокаль ансамбле;
  • «Ҡояшҡай» балалар вокаль-бейеү ансамбле;
  • балалар өсөн «Оҫта ҡулдар» түңәрәге эшләй.

Мәктәп менән берлектә төрлө саралар, концерттар, ял кисәләре ойошторола. Ауыл халҡы «Йырлы ауыл», «Еңеү салюты», «Самауыр сәйе», «Мораҙымдың моңло хазинаһы» кеүек район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша.

2019 йылда ауыл клубында үҙешмәкәр артистар көсө менән Р. Өмөтҡужиндың «Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыла[7].

Билдәле шәхестәр

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (1941 йылдың 7 ғинуары) — тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009), БР Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016)[8].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine
  4. 1 2 Зирекля. Энциклопедия: Населённые пункты Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2026.
  5. Бэлэкэй Абызово. Генеалогия и архивы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  6. Ереклеләрҙең мәҙәни усағы яңырҙы (башҡ.). Йәшлек гәзите (16 май 0213).
  7. Зиреклинский сельский клуб. Подробная информация: расписание, фото, адрес и т. д. на официальном сайте Культура.РФ. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2026.
  8. Сотрудники кафедры истории РБ, археологии и этнологии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2017. Архивировано 16 ғинуар 2017 года.

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә