Нуҡай

Нуҡай (рус. Нукаево) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 298 кеше[2]. Почта индексы — 453344, ОКАТО коды — 80238863001.

Халыҡ һаны

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (99 %)[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 716
1920 йыл 26 август 797
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 524
1959 йыл 15 ғинуар 470
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 281
2002 йыл 9 октябрь 309
2010 йыл 14 октябрь 298 136 162 45,6 54,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 95 км

Урамдары

  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева )
  • Совет урамы (рус. улица Советская )
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе )[4]

Тарихы

Нуҡай ауылы 1795 йылда 15 ихатанан тора һәм 7 ихатаһы булған утары була, уларҙа 68 ир-ат һәм 58 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. X ревизияға ауыл 542 кеше йәшәгән 100 йорт хужалығына тиклем үҫә. 1920 йылда 150 ихатала 797 кеше йәшәгән.

1838 йылда 374 кешегә 1080 бот яҙғы иген сәселә. Бөтәһенә ат — 210, эре мөгөҙлө мал — 105, һарыҡ — 30 баш тура килгән.

VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, тәүге булып төпләнеүсе атаһының ауылында отставкалағы йорт старшинаһы 64 йәшлек Ҡотлоюл Нуҡаев йәшәгән[5].

Топонимикаһы

  • Башҡарҙы: Вәлитов Сәйет Марат улы, 8-се класс. Етәксеһе: Вәлитова Сания Ишмөхәмәт ҡыҙы. Нуҡай ауылының ер-һыу атамалары[6].

Сайтта

  • Нуҡай ауылында «Урам байрамы»[7]

Фотолар

  • Нуҡай ауылында үткән "Урам байрамы"нан фотолар. Индерелгән файлдар[7]

Матбуғатта

  • Башҡортостан. 27 сентябрь 2021, Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡтың ҡеүәте артыр[8]
  • Башҡортостан. 04 август 2015, Бик һағынып ҡайттыҡ беҙ тағы ла бала саҡтар үткән ауылға![9]
  • Ватандаш. 27 сентябрь 2021, Исеме халыҡҡа әйләнеп ҡайтты[10]

Видеофильмдар

  • Рабиға Дауытова, Башҡортостан Республикаһы, Нуҡай ауылы[11]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 147.
  6. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 21 — 22-се биттәр
  7. 1 2 Официальный портал Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
  8. [1]
  9. [2]
  10. [3]
  11. YouTube сайтында Видео

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә