Тәүәкән

Тәүәкән (рус. Таваканово; икенсе атамаһы Сәңкем) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 581 кеше[2]. Почта индексы — 453334, ОКАТО коды — 80238875006.

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 86
1859 йыл 332
1900 йыл 430
1920 йыл 26 август 496
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 465
1959 йыл 15 ғинуар 551
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 378
2002 йыл 9 октябрь 467
2010 йыл 14 октябрь 581 294 287 50,6 49,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 54 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Теләүембәт): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 77 км

Урамдары

  • Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая )
  • Ҡунъяп урамы (рус. улица Куньяп )
  • Урман урамы (рус. улица Лесная )
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая )
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная )
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная )
  • Яңы урам (рус. улица Новая )
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая )
  • Сәнкем урамы (рус. улица Сэнкем )
  • Юл урамы (рус. улица Дорожная )[4]

Тарихы

Тәүәкән ауылына XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалына. Беренсе күскенсе Мөхәмәтйәр Тәүәкәновтың улы (1780—1814) билдәле. 1795 йылда ауылда 86 кеше һәм 19 йорт хужалығы була. 64 йылдан һуң халыҡ һаны 332 кешегә, ә ихаталар — 55-кә етә. 1920 йылда 110 йорт хужалығында 496 кеше була.

1842 йылда 264 кеше 12 бот ужым һәм 768 бот яҙғы иген сәселгән[5].

Топонимикаһы

Хөсәйенов Арыҫлан Вәхит улы, 10-сы класс. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ер-һыу атамалары[6].

Матбуғатта

Сайтта

  • 09 декабрь 2016. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында «Ҡорама байрамы» үтте[9]
  • Һигеҙ ожмах асҡысы[10]

Видеофильмдар

  • Салихова Гөлназ Салауат ҡыҙы. Дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу[11]
  • «Одуванчик» ҡатын-ҡыҙҙар йыр ансамбле. «Һаумы, тиҙәр гөлдәр!» Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы[12]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  4. Улицы деревни Таваканово
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 149.
  6. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 95 — 109-сы биттәр
  7. [1]
  8. [2]
  9. Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
  10. Киске Өфө
  11. YouTube сайтында Видео
  12. YouTube сайтында Видео
  13. Ими гордится район. Журнал «Ватандаш» 2020 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
  14. Исполняющим обязанности заместителя Премьер-министра Правительства Башкортостана назначен Раиф Абдрахимов. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт 2021 йылдың 5 март көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә