Келәш (Шишмә районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Келәш
Келәш
Административ-территориаль берәмек Ар ауыл Советы (Шишмә районы)
Дәүләт
Почта индексы 452161
Рәсми тел башҡортса‎ и урыҫ теле
Уникальный номер ГАР 75c9f635-cfee-4d73-87fd-f084b8c5ed1e
Рәсем
Рәсми атамаһы Келәш
Код КЛАДР 0205000009400
Халыҡ һаны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Келәш (рус. Кляшево) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 560 кеше булған[2]. Почта индексы — 452161, ОКАТО коды — 80257000000.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 560 255 305 45,5 54,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Шишмә): 22 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ар): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Йоматау): 4 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы (Зыя Камали; 1873—1942) — ижтимағи һәм дини эшмәкәр, мәғрифәтсе. «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең нигеҙләүсеһе һәм ректоры (1906—1918). Йәдитселек етәкселәренең береһе.
  • Мостай Кәрим (20 октябрь 1919 — 21 сентябрь 2005), шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951–1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV–XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.
  • Сәйфи Ҡудаш — (21 сентябрь 1894 йыл — 29 июнь 1993 йыл ) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының II—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1943—1948 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1955), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1954, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
  • Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы — (15 декабрь 1920 йыл — 9 октябрь 2010 йыл) — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР-ының (1968) һәм Татарстандың (1990) халыҡ артисы; Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).
  • Кәримов Илгиз Мостафа улы (10 ғинуар 1942 йыл14 март 2019 йыл) — тәржемәсе, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]