Бишкәзә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бишкәзә
Административ-территориаль берәмек Дмитриевка ауыл Советы (Шмшмә районы)
Дәүләт
Уникальный номер ГАР 4ec1fdf1-b29c-4183-9c78-4761bb751b79
Почта индексы 452157
Халыҡ һаны
Код КЛАДР 0205000001200

Бишкәзә (рус. Бишкази; икенсе атамаһы Бишҡайын) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 285 кеше була[2]. Почта индексы — 452157, ОКАТО коды — 80257820002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 285 136 149 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Шишмә): 30 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Дмитриевка): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә): 30 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәйнетдинов Мисбах Фәхри улы (1925—2.09.2011), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ауыл хужалығы техникаһы һәм ауыл хужалығы дәүләт комитетының Рязань ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй етәксе хеҙмәткәрҙәр һәм белгестәр квалификацияһын күтәреү институтының кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре докторы (1980), профессор (1981). СССР Ауыл хужалығы техникаһы дәүләт комитеты отличнигы (1980). СССР Министраҙар Советы премияһы лауреаты (1971). Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры[3].
  • Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4.04.1933), дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII, VIII һәм X саҡырылыш Юғары Советы, РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]