Илһамов Тамерлан Айсар улы

Тамерлан Айсар улы Илһамов (рус. Тамерлан Айсарович Ильгамов; 1994 йылдың 22 июне, Асҡар ауылы, Әбйәлил районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй2022 йылдың 4 июле, Украина) — контракт буйынса хәрби хеҙмәткәр. 2012 йылдан гвардия зенит ракета полкының зенит ракета батареяһы хәрби расчеты командиры, гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Тамерлан Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған[1].

2009—2011 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов исемендәге урындағы гимназияла уҡый[2].

2011 йылда Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының юридик факультетына уҡырға инә[2].

2012 йылдың декабрендә үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китә, 2014 йылдың мартында хәрби хеҙмәт үтеүе тураһында контрактҡа ҡул ҡуя. Гвардия зенит ракетаһы полкының зенит ракетаһы батареяһы хәрби расчетының командиры булып хеҙмәт итә. Сүриәлә, Тажикстанда була. Бер үк ваҡытта Серноводск аграр-техник колледжында «ауыл хужалығын механизациялау» һөнәре буйынса урта махсус белем ала һәм уны 2019 йылда тамамлай[2].

Хәрби хеҙмәте

2022 йылдың 24 февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Рәсәй киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Илһамовтың расчеты 4 июлдә хәрби дежурство ваҡытында, Украина хәрби көстәренең авиаһөжүме Рәсәй хәрби позицияларына барып етмәһен өсөн, уларға ҡаршы ут аса һәм һөжүмде үҙенә ҡабул итә. Дошмандың 9 ракетаһы бәреп төшөрөлә, әммә позиция алмаштырғанда ике ракета беҙҙең ЗРК-ға эләгә. Илһамов һәм уның хеҙмәттәштәре һәләк була.[3][4][5]

2022 йылдың 13 июлендә Әбйәлил районында тыуған Аскар ауылында ерләнә[1].

Рәсәй Президентының ябыҡ Указына ярашлы, үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә[1].

Награда Өфөлә Илһамовтың ата-әсәһенә тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022)[1]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (2022)[1][6]
  • 2-се дәрәжә «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (2017)[6]
  • «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы (2017)[6]

Хәтер

  • 2025 йылдың сентябрендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында Тамерлан Илһамовҡа бюст асыла[7].
  • Әбйәлил районында йыл һайын Тамерлан Илһамов хөрмәтенә ат сабыштары үткәрелә[8].
  • 2022 йылдың 1 сентябрендә Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге гимназия бинаһына Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[9][10]
  • Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалына Тамерлан Илһамов исемен бирелеүе мөмкин[11].
  • «Марка» акционерҙар йәмғиәте Тамерлан Илһамов, хәрби күренеш һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы төшөрөлгән почта маркаһы сығара (2022)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Илһамов Тамерлан Айсар улы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (5 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
  2. 1 2 3 4 Имя Героя России Тамерлана Ильгамова увековечили на почтовой марке. Редакция газеты «Боевая Высота» (9 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
  3. филиалу БГУ могут присвоить имя погибшего на Украине Тамерлана Ильгамова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 3 ноябрь 2022 года.
  4. «Ильгамов Тамерлан Айсарович». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 3 ноябрь 2022 года.
  5. «Два уроженца Башкирии удостоены звания Героя России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 3 ноябрь 2022 года.
  6. 1 2 3 В Аскаровской школе Абзелиловского района Башкирии увековечили имя Героя России Тамерлана Ильгамова. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 2 сентябрь 2022 года.
  7. Ляйсан Закирова. В Башкирии открыли бюст Героя России Тамерлана Ильгамова. ИА «Башинформ» (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
  8. Турнир памяти Героя России – выпускника Сибайского филиала Тамерлана Ильгамова. Уфимский университет науки и технологий (24 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
  9. Увековечили память Тамерлана Ильгамова - Героя России, участника специальной военной операции. Отдел образования Администрации муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
  10. Фотография мемориальной доски
  11. Филиалу БГУ могут присвоить имя погибшего на Украине Тамерлана Ильгамова. РБК-Башкортостан (18 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.

Һылтанмалар