Илһамов
Илһамов — ир-ат, Илһамова — ҡатын-ҡыҙҙар фамилияһы.
- Илһамов Марат Әҡсән улы (1934 йылда тыуған), инженер-механик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995), Салауат Юлаев ордендары (2004) кавалеры.
- Илһамов Тамерлан Айсар улы (1994—2022), контракт буйынса хәрби хеҙмәткәр. 2012 йылдан гвардия зенит ракета полкының зенит батареяһы хәрби расчет командиры, гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022, үлгәндән һуң).