Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы

Азат Ғәли улы Шаһмөхәмәтов (рус. Азат Галиевич Шахмухаметов; 1977 йылдың 22 июне, Верхневилюйск[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы) — Рәсәйҙең хәрби музыкант, дирижёр. Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры начальнигы. Полковник (2022). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024).

Биографияһы

1977 йылдың 22 июнендә Яҡут АССР-ының Верхневилюйск (якут. Үөһээ Бүлүү, башҡортса Үрге Бүлеү) ауылында тыуған.

1990 йылдар башында, Башҡортостанға күсеп ҡайта. Яҡутстанда уҡ музыка менән мауыҡҡанлыҡтан, Азатты Өфө музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәбенә (Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) уҡырға бирәләр. Педагог Алексей Алексеевич Медведев етәкселегендә Азат һуҡма инструменттарҙа уйнарға өйрәнә.

1995 йылда П. И. Чайковский исемендәге дәүләт консерваторияһының хәрби дирижёрҙар факультетына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Өфөгә, ул саҡтағы Хәрби осоусылар әҙерләгән Вертолёт мәктәбенә, хәрби дирижёр булып ҡайта. Уҡыу йорто ябылғанлыҡтан, хәрби хеҙмәтен ваҡытлыса ҡалдырып тора.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында дирижёр ассистенты булып эш башлай. Шул уҡ ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт академияһы эргәһендә симфоник оркестр йүнәлеше буйынса аспирантура (А. Людмилин класы) тамамлай.

2003 йылда ғаиләһе менән Ҡаһирә ҡалаһындағы Мысыр операһына (ғәрәп. ,,دار الأوبرا المصرية Dār el-Obra el-Masreyya, букв. «Мысыр опера йорто») дирижёр булып эшкә бара.

Мысырҙан ҡайтҡас, Киров ҡалаһында урынлашҡан хәрби частарҙың береһендә дивизияның оркестр хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләнә.

2026 йылға ҡарата Азат Шаһмөхәмәтов Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры начальнигы.

2018 йылдың сентябрендә подполковник Азат Шаһмөхәмәтовҡа — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», 2024 йылдың авгусында «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2026 йылдың февраленән — Башҡортостан Республикаһы мәәҙәниәт министры кәңәшсеһе (йәмәғәт башланғысында)[3].

Туғандары

• атаһы Ғәли Шаһмөхәмәтов
• әсәһе Зөһрә Шаһмөхәмәтова
• апаһы Мәүжидә (1971), Салауат районы Малаяҙ ауылындағы күп функциональ үҙәктә баш белгес булып эшләй, ике бала әсәһе.
• һеңлеһе Юлиә (1980), Мәскәү медицина университетын тамамлап, онкологияны дауалау йүнәлешен һайлаған белгес. Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Ул үҫтерә.
• энеһе Камил Шаһмөхәмәтов (1986) та музыкант. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, һуҡма инструменттар оҫтаһы булараҡ, «Барабанлы шоу» төркөмөнә етәкселек итә.
Зөһрә менән Ғәли Шаһмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала.

Ғаиләһе

  • ҡатыны Гүзәл, Өфө ҡыҙы
  • улы Арыҫлан
  • ҡыҙы Йәсминә
  • ҡыҙы Әмирә
  • улы Асҡар

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

• Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2024)
; • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)
.

Сығанаҡтар

Ямалетдинова Лена. Парлы, бәхетле ғүмер кисереүселәр. «Йүрүҙән» гәзите, 22 һан, 17 март 2020 йыл
Лиана Вәлиуллина. Шаһмөхәмәтов Азат Ғәли улы тураһындағы мәҡәләһе. «Йүрүҙән» гәзите.
Рәдиф Вәлиев. Башҡорт егете Мысырҙы яулай. «Йәшлек» гәзите, 22 июль 2006 йыл

Һылтанмалар

Военный оркестр под руководством народного артиста Башкирии выступил в Москве. ИА «Башинформ», 9 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2024)
Азат Шахмухаметов: Военный дирижёр — это прежде всего офицер, посвятивший себя служению Родине. ИА «Башинформ», 8 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 май 2022)
Образцово-показательный оркестр войск национальной гвардии Российской Федерации. Официальный сайт Международного военно-музыкального фестиваля «Спасская башня». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 март 2022)
Федеральная служба войск национальной гвардии Российской Федерации. Моцарт и Росгвардия. Образцово-показательный оркестр войск национальной гвардии России выступил в Московской консерватории. 19 сентября 2018 2018 йылдың 31 декабрь көнөндә архивланған. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2018)
Азат ШАХМУХАМЕТОВ: «Военная музыка не стоит на месте, а постоянно развивается»
Башинформ хәбәренән. 2015 йылдың 1 апреле
Салауат районының «На земле Салавата» гәзите. «Оркестр уйнаны, тамашасы йырланы». 2018 йылдың 29 майы