Кулаков Пётр Афанасьевич

Пётр Афана́сьевич Кулако́в (1923 йылдың 16 июне, Покровка, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, СССР1994 йылдың 24 ғинуары, Өфө, Рәсәй) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Кулаков Пётр Афанасьевич 1923 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Өфө районы, Покровка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған[1].

Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта белемле. Өфө ҡалаһында заводта эшләй.

1941 йылдың мартында Башҡорт АССР-ы Благовещен районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың июненән Көнбайыш, Сталинград, 3-се Белорус фронттарында һуғыша[2].

Сержант П. А. Кулаков 1944 йылдың 6 июлендә, Белоруссияның Минск өлкәһе Смолевичский районы Волм ауылы районындағы Белорус операцияһы һуғыштарында батырлыҡ күрһәтә.

Өлкән сержант Кулаков П. А. 1946 йылда демобилизациялана, 1949 йылда Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы совет-партия мәктәбен тамамлай, артабан партия һәм совет эштәрендә була.

1954 йылда Өфөгә ҡайтҡас, КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында газомотор компрессорҙарының өлкән машинисы булып эшләй.

1994 йылдың 24 ғинуарында вафат була[1]. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә[2].

Батырлығы

«3-сө Белорус фронты 31-се армия 174-се уҡсылар дивизияһы 598-се артиллерия полкының орудие командиры сержант Кулаков П. А. 1944 йылдың 6 июлендә, Белорус операцияһы барышында, Белоруссияның Минск өлкәһе Смолевичский районы Волм ауылы районында расчёты менән бергә, дошман контратакаһын кире ҡағып, уның тере көсө һәм хәрби техникаһына ҙур зыян килтерә, һәм өҫтәмә ғәскәр килгәнгә тиклем биләгән рубежын һаҡлап ҡала. 1944 йылдың 20 июлендә Белоруссияның Гродно өлкәһе Гродно ҡалаһы районында, Неман йылғаһының һул ярында, Петр Кулаковтың артиллерия расчёты биш дошман танкыһының контратакаһын кире ҡаға, уларҙың өсәүһен юҡ итә. Шул уҡ һуғышта сержант Кулаковтың артиллеристары өс дошман орудиеһын һәм йөҙләгән гитлерсыларын юҡ итә»[2]..

undefined

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, сержант Кулаков Петр Афанасьевичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 6200)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2025 йылдың ноябрендә Покровка ауылында Пётр Кулаковҡа мемориаль таҡтаташ асыла, ул мәктәп бинаһы фасадына беркетелә[4].
  • П. А. Кулаков исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, Благовещен ҡалаһында уға һәйкәл ҡуйылған[1].
  • Өфө районында 2019 йылдан алып Советтар Союзы Геройы Пётр Афанасьевич Кулаков иҫтәлегенә арналған дзюдо буйынса ярыштар үткәрелә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Кулаков Пётр Афанасьевич. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Кулаков Пётр Афанасьевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
  3. Кулаков Пётр Афанасьевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026.
  4. Ляйсан Закирова. В Башкирии увековечили память Героя Советского Союза Петра Кулакова. ИА «Башинформ» (21 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)
  5. В Уфимском районе прошли соревнования по дзюдо, посвящённые памяти Героя Советского Союза Петра Афанасьевича Кулакова. Сайт партии «Единая Россия» (5 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Садофьев Д. Высота славы //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Һылтанмалар