Истомина Энесса Георгиевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Энесса Георгиевна Истомина
Тыуған көнө 16 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Шишмә ауылы
Вафат көнө 10 апрель 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (88 йәш)
Вафат урыны Мәскәү
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ғилми даирәһе тарих
Эшләгән урыны СССР Фәндәр академияһы Тарих институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты; Рәсәй дәүләт гуманитар университеты
Альма-матер Мәскәү тарих-архив институты
Ғилми дәрәжәһе тарих фәндәре докторы (1984)
Ғилми исеме профессор (2003)
Ғилми етәксеһе Яцунский, Виктор Корнельевич[d]

Истомина Энесса Георгиевна (16 июнь 1934 йыл10 апрель 2023 йыл) — тарихсы-ғалим. 1971 йылдан СССР Фәндәр академияһы Тарих институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының өлкән, артабан төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1992 йылдан Рәсәй дәүләт гуманитар университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), тарих фәндәре докторы (1984), профессор (2003). Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энесса Георгиевна Истомина 1934 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының[1] Шишмә районы Шишмә ауылында тыуған.

1957 йылда Мәскәү дәүләт тарих-архив институтын(МГИАИ) тамамлай һәм Псков менән Новгород өлкәләре дәүләт архивтарында документаль материалдарҙы ҡулланыу бүлеге мөдире булып эшләй[2]. 1969 йылда «Новгородская губерния во второй половине XVIII века: опыт историко-георгафического исследования» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1969 йылдан Мәскәүҙәге Документтар алып барыу һәм архив эштәре буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1970—1971 йылдарҙа Мәскәү дәүләт тарих-архив институтының өлкән уҡытыусыһы була.

1971 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Тарих институтының[3] өлкән, артабан төп ғилми хеҙмәткәре. 1984 йылда «Водные пути и их роль в экономическом развитии Европейской России во второй половине XVIII — начале XIX вв.» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Бер үк ваҡытта 1992 йылдан Рәсәй дәүләт гуманитар университеты уҡытыусыһы. 2003 йылдан — профессор. «Төбәк тарихы» һәм «Тарихи тыуған яҡты өйрәнеү» курстары буйынса лекциялар уҡый, университетының культурология, тарих фәндәре, сәнғәт белеме буйынса диссертация советы ағзаһы була.

Тарихи география, төбәк һәм социотәбиғи тарихы, Рәсәйҙең тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы, Ватан тарихы, мәҙәниәт тарихы өлкәләре буйынса белгес булараҡ, Рәсәй Фәндәр академияһы Тарихи демография һәм тарихи географияһы буйынса ғилми советының тарихи география, картография һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса секция бюроһы рәйесе; Рус география йәмғиәте ағзаһы; Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Ғалимдар советы рәйесе урынбаҫары һәм Диссертация советы ағзаһы.

Ғалим 2023 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә вафат була[4].

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диссертация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Истомина Э. Г. Новгородская губерния во второй половине XVIII века. (Опыт историко-географического исследования). Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук. М.: МГИАИ, 1969. 24 с.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Истомина Э. Г. Крестцы / Науч. конс.: д.и.н. проф. Генрих Маркович Дейч. — Новгород: Изд-во газеты «Новгородская правда», 1968. — 40 с. — (Города и поселки Новгородской области).
  • Истомина Э. Г., Николаев А. Н. Валдай / Худож. И. М. Чернов. — Л.: Лениздат, 1979. — 112 с. — (Города Новгородской области). — 25 000 экз.

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Истомина Э. Г. Вышневолоцкий водный путь во второй половине XVIII—начале XIX в. // Историческая география России. XII—начало XX в.: Сборник статей к 70-летию профессора Любомира Григорьевича Бескровного / Редколл.: Нарочницкий Алексей Леонтьевич (отв. ред.), Рыбаков Борис Александрович, Черепнин Лев Владимирович, Буганов Виктор Иванович (зам. отв. ред.), Индова Екатерина Иосифовна, Водарский Ярослав Евгеньевич, Волков Михаил Яковлевич. — М.: Наука, 1975. — С. 193—206. — 348, [4] с. — 5550 экз.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ИСТОМИНА Энесса Георгиевна (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2024)
  3. хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты
  4. Коллектив и Дирекция Института российской.. | Институт российской истории РАН | ВКонтакте. vk.com. Дата обращения: 12 апрель 2023.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кто есть кто в РГГУ. М., 1993. С. 104—105.
  • Кто есть кто в РГГУ. М., 2002. С. 134—135.
  • Истомина Энесса Георгиевна // Историки России XX века: Биобиблиографический словарь / Авт.-сост. Чернобаев Анатолий Александрович. Под ред. Динеса Владимира Александровича. — Саратов: Саратовский государственный социально-экономический университет, 2005. — Т. 1 (А—Л). — С. 384. — 576 с. — 2000 экз. — ISBN 5-87309-438-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]