Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы
Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова (рус. Наиля Гизетдиновна Галяутдинова; 1946 йылдың 3 ғинуары, Тирәкле ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй дикторы, радио һәм телевидение алып барыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1981)[2].
Тормош юлы
1946 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Архангел районы Тирәкле ауылында тыуған.
1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы — Р. С. Сыртланов) тамамлай.
Һуңынан Башҡорт АССР‑ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетына конкурс нигеҙендә диктор булып эшкә инә. Шул ваҡыттан алып бөтөн хеҙмәт эшмәкәрлеге Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы менән бәйле[2].
1979 йылда Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында дикторлыҡ оҫталығы курсын тамамлай[3].
Ижади эшмәкәрлеге
Наилә Ғәләүетдинова телевидениела әҙәби‑музыкаль («Моң шәлкеме», «Музыкаль тулҡындар», «Сәнғәт әһелдәре»), мәғлүмәти («Панорама», «Башҡортостан»), балалар өсөн («Күңелле станциялар», «Шарлауыҡ») тапшырыуҙар, «Минең әкиәттәрем» телеконкурсын, "Башҡортостан радиоһы"нда «Шиғриәт минуттары», «Һеҙҙең өсөн, ветерандар», «Бөтә йөрәктән», «Ваҡыт даръяһы» әҙәби‑музыкаль тапшырыуҙарҙы алып бара[2].
Балалар өсөн «Күңелле станциялар» тапшырыуы 15 йыл дауамында тура эфирҙа сыға[3][4].
Ул шулай уҡ республиканың ҙур сәхнәләрендә концерттар алып барыу тәжрибәһенә эйә. 2016 йылда Башҡортостанда үткән Бөтә Рәсәй «ТЭФИ‑Регион» фестиваль‑конкурсын асыу тантанаһының алып барыусыларының береһе була[3][5].
2020 йылдың 7 декабрендә Рәсәй Президенты Указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә бирелә[5][6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 В.Г. Жерехов. Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 Юбилей отмечает голос республики и легендарный диктор ГТРК «Башкортостан» Наиля Галяутдинова. ГТРК «Башкортостан» (3 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Радий Хабиров поздравил с Днём башкирской печати Наилю Галяутдинову. Башинформ (14 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Легендарному диктору Наиле Галяутдиновой будет вручено высокое российское звание. Башинформ (8 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Символ башкирского радио: Наиле Галяутдиновой исполнилось 75 лет. ГТРК «Башкортостан» (3 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
- ↑ Почетный гражданин нашего района - диктор башкирского радио Наиля Галяутдинова. arhvest.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.
Һылтанмалар
- В.Г. Жерехов. Ғәләүетдинова Наилә Ғизетдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Юбилей отмечает голос республики
- Легендарному диктору Наиле Галяутдиновой будет вручено высокое российское звание
- Радий Хабиров поздравил с Днём башкирской печати Наилю Галяутдинову
- Голос, который знает весь Башкортостан