Рыбаков Максим Радик улы

Рыбаков Максим Радик улы (3 ғинуар 1990 йыл — 2 февраль 2024 йыл) — хәрби хеҙмәткәр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. 98-се гвардия һауа-десант дивизияһының 299-сы гвардия парашют-десант полкының 1-се парашют-десант батальоны командиры, гвардия капитаны. Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң).

Биографияһы

Максим Радик улы Рыбаков 1990 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Үрге Арша ауылында тыуа. Ике йылдан һуң ғаилә Белорет ҡалаһына күсенә. 2-се синыфтан 8-се синыфҡа тиклем Максим хәҙерге 17-се гимназияла уҡый, һуңынан Екатеринбург хәрби Суворов училищеһына инә. Уҡыу йылдарында бейеү, грек-рим көрәше, карате, пулялы атыу менән шөғөлләнә, художество мәктәбенә йөрөй[1].

Суворов училищеһын тамамлағандан һуң (2008), Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға инә. 2013 йылда диплом ала һәм Костромала урынлашҡан 98-се гвардия һауа-десант дивизияһы 311-се удар полкының парашют-десант взводы командиры итеп йүнәлтелә[2].

2014 йылда Максим Рыбаков махсус бурыс үтәгән ваҡытта юғары һөнәри сифаттарын күрһәтә һәм 9-сы парашют-десант ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 2018 йылда Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнаша. Дивизия подразделениеларының Поляр түңәрәк аръяғына күнекмә десантында ҡатнаша. 2022 йылда үҙенең полкы составында Ҡаҙағстандағы тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында ҡатнаша[3].

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы

2022 йылдың 24 февралендә Рыбаковтың подразделениеһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Июндә ауыр яралана һәм оҙаҡ дауалана. Реабилитация осоронда Ивановола йәш яугирҙарҙы күнектерә[4].

2023 йыл башында махсус хәрби операция зонаһына ҡабат бара һәм тәүҙә парашют-десант батальоны штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, һуңынан 299-сы гвардия парашют-десант полкының 1-се парашютүдесант батальоны командиры була[4].

2024 йылдың февралендә дошман ҡөслө артәҙерлек үткәреп, капитан Рыбаковтың позицияларына һөжүм итеп ҡарай. Офицер оборонаның ныҡ тотороҡло булмаған участкаһын дөйөм ғәскәри резерв менән нығытып, подразделение менән командалыҡты үҙ өҫтөнә ала. Миномет расчеттарының һәм көбәкле артиллерияны ҡулланыуҙың ғәҙәти булмаған алымдары менән гвардия капитаны Рыбаков засадалар ойоштора һәм дошманды ҙур калибрлы пулемет уты менән албырғыта. Һөжүм өҙөлә. Подразделениеларының сигенеүен ҡаплап, дошман ут яуҙыра. Максим Рыбаков үлемесле яралана[4].

2024 йылдың 10 февралендә Максим Рыбаковты Башҡортостанда, Белорет ҡалаһының «Укшук» зыяратында ерләйҙәр[5].

Хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 2024 йылдың 18 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы менән Максим Радик улы Рыбаковҡа «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә[6].

2024 йылдың 26 октябрендә Рязандең Һауа-десант ғәскәрҙәре тарихы музейында Рязань өлкәһе губернаторы П. В. Малков менән Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары генерал-лейтенант А. Г. Концевой геройҙың әсәһе Еленаға һәм ҡатыны Светланаға «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшыра[7].

Ғаиләһе

Өйләнгән, улы бар[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. В. Астафьев. Служить Отечеству. Рязанские ведомости (30 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2024.
  2. Бойцу из Башкирии, погибшему на СВО, присвоено звание Героя России (29 октября 2024). 30 октябрь 2024 тикшерелгән.
  3. Житель Башкирии получил звание Героя России. Общественный проект «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2024.
  4. 1 2 3 Рыбаков Максим Радикович. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2024.
  5. Путин присвоил звание Героя России посмертно Максиму Рыбакову из Башкирии. 30 октябрь 2024 тикшерелгән.
  6. Павел Малков: Герой России Максим Радикович Рыбаков проявил лучшие качества офицера при защите Отечества. Правительство Рязанской области (26 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2024.
  7. Герой России Максим Радикович Рыбаков проявил лучшие качества офицера при защите Отечества. Рязанская областная универсальная научная библиотека им. Горького. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2024.
  8. Капитану Максиму Рыбакову посмертно присвоено звание Героя России. ГТРК Ока (29 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2024.
  9. Бойцу из Башкирии, погибшему на СВО, присвоено звание Героя России