Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1948
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Тармаҡ төҫлө металлургия
Штаб-фатирҙың урынлашыуы

Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты — Сибай ҡалаһындағы төп предприятие. 1948 йылда нигеҙ һалына, Яңы Сибай һәм башҡа ятҡылыҡтарҙан полиметалл мәғдән сығарыу һәм байыҡтырыу менән шөғөлләнә. 2004 йылда уның етештереү базаһында «Учалы ГОК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы булдырыла. 2004 йылда донъяла тәрәнлеге буйынса (500 м) икенсе урынды биләгән карьерҙа аҙаҡҡы мәғдән тоннаһы сығарыла. Хәҙерге көндә байыҡтырыу фабрикаһы Яңы Сибай ятҡылығының ер аҫты руднигы Каманган һәм Түбәнге мәғдән ятыштарында эшләй.