Ғимранов Эрнст Ғайса улы

Ғимранов Эрнст Ғайса улы (22 ноябрь 1939 йыл26 май 2014 йыл) — инженер-механик-ғалим. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—1995 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992). Өфө дәүләт авиация техник университетының атҡаҙанған профессоры (2012)[2]. К.Э. Циолковский исемендәге (1980), М.В. Келдыш исемендәге (1990) һәм В.П. Макеев исемендәге (1993) миҙалдар менән бүләкләнгән[3].

Биографияһы

Эрнст Ғайса улы Ғимранов 1939 йылдың 22 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1965 йылда инженер-электромеханик һөнәре алып Өфө авиация институтын тамамлай. Артабан шунда уҡ эшләй башлай.

1966 йылдан - Өфө авиация институтында (ӨДАТУ): ассистент (1966-1968); аспирант (1968-1971); өлкән уҡытыусы (1975-1980); доцент (1980-1992); 1992 йылдан алып профессор, авиация двигателдәре факультеты деканы (1988-1995)[2].

2014 йылдың 26 майында вафат була[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

Эрнст Ғайса улы Ғимрановтың фәнни эшмәкәрлеге газ динамикаһы һәм гидрогаз автоматикаһы, осоу аппараттары двигателдәрен автоматик көйләү системалары менән идара итеү проблемаларын тикшереү менән бәйле. Осоу аппараттары двигателдәре каналдарында тауыштан шәберәк үҙле ағымдарҙың газодинамикаһын өйрәнеү буйынса белгес. Эрнст Ғайса улы етәкселегендә осоусы аппараттар һәм энергетика ҡулайламалары двигателдәре каналдарында үҫешкән сик буйы ҡатламлы тауыштан шәберәк үҙле ағымдарҙы тотҡарлау процестары теорияһы уйлап табыла. Асыштары Башҡортостан Республиканың һәм Рәсәй Федерацияның авиация сәнәғәте предприятиеларында индерелгән. 130‐ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[2][3][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[3]

  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992).
  • Өфө дәүләт авиация техник университетының атҡаҙанған профессоры (2012).
  • К.Э. Циолковский исемендәге миҙал (1980)
  • М.В. Келдыш исемендәге миҙал (1990)
  • В.П. Макеев исемендәге миҙал (1993)

Хеҙмәттәре

  • Расчёт динамических параметров и анализ частотных характеристик быстродействующего гидропривода. Өфө, 2004 (авторҙаш);
  • Нестационарные гидрогазодинамические эффекты в системах гидравлических и пневматических приводов. Өфө, 2008 (авторҙаш).

Һылтанмалар