Катаев Николай Анатольевич
Николай Анатольевич Катаев (1939 йылдың 22 ноябре, Сокол[d], Вологда өлкәһе — 2023 йылдың 6 ғинуары, Өфө) — эске эштәр органдары хеҙмәткәре, эске хеҙмәт генерал-майоры (1992), хоҡуҡ белгесе-ғалим, юғары мәктәп хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1988 йылдан СССР, 1992—1996 йылдар — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Биографияһы
Катаев Николай Анатольевич 1939 йылдың 22 ноябрендә Вологда өлкәһе Сокол ҡалаһында эшселәр ғаиләһендә тыуған[1].
Хеҙмәт юлын 1956 йылда Гурьев балыҡ комбинатында эшсе булып башлай. Коллектив йүнәлтмәһе буйынса Һарытау юридик институтына (хәҙер Һарытау дәүләт юридик академияһы) уҡырға инә[2]. Был юғары уҡыу йортон 1964 йылда тамамлағас, ошонда эшкә ҡалдырыла: уҡытыусы, артабан өлкән уҡытыусы була[1].
1971 йылдан — СССР Эске эштәр министрлығы Рязань юғары мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы, 1978 йылдан — дәүләт‑хоҡуҡ дисциплиналары (рус.)баш. кафедраһы начальнигы[1].
1988—1996 йылдарҙа — СССР һәм Рәсәй (1992 йылдан) Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбе начальнигы, 1996 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы[3].
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 21 февралендәге Указы менән Н. А. Катаевҡа «эске хеҙмәт генерал-майоры» махсус званиеһы (рус.)баш. бирелә[4].
Эске эштәр органдары һәм юғары мәктәп ветераны 2023 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була[5].
Фәнни эшмәкәрлеге
Хоҡуҡ белгесе-ғалим Н. А. Катаев, «юридик фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, 2004 йылда «Политика, власть и право в воззрениях Александра Стамболийского» тигән темаға диссертация яҡлай[6].
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
- Правовые взгляды Александра Стамболийского и их реализация в законотворческой деятельности правительства Болгарского земледельческого народного союза. Уфа, 2004.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Өфө ҡалаһы Киров районының 20-се Перовский һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1990—1993)[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1993);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2010);
- Салауат Юлаев ордены (2014);
- Почёт ордены[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Катаев Николай Анатольевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (11 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (баш.)
- ↑ Генерал-майор внутренней службы Николай Анатольевич Катаев отмечает юбилей. Журнал «Ветеран Башкортостана». Официальный сайт (22 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Историческая справка. Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации. Уфимский юридический институт Министерства внутренних дел Российской Федерации (ФГКОУ ВО УЮИ МВД России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ Указ «О присвоении воинских и специальных званий руководящему составу внутренних войск и органов Министерства внутренних дел Российской Федерации». АО «Кодекс», Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов (21 февраль 1992). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ Выражаем соболезнования родным и близким Катаева Николая Анатольевича. Союз Генералов и Адмиралов Республики Башкортостан (7 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ Катаев, Николай Анатольевич. Политика, власть и право в воззрениях Александра Стамболийского: автореферат дис. ... доктора юридических наук : 12.00.01 / Сарат. гос. акад. права. — Саратов, 2004. — 49 с.. Национальная электронная библиотека. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Әҙәбиәт
- Храня традиции и ускоряя шаг: Образовательному учреждению МВД России в г. Уфе 35 лет / Ф. Б. Мухаметшин, А. Х. Султанов, С. Х. Хакимов, А. И. Казамиров. Уфа: Уфимский юридический институт МВД России, 2006. 218 с.;
- Уфимский юридический институт МВД Российской Федерации: страницы истории / С. В. Егорышев и А. Д. Смиян; отв. ред. К. Б. Толкачев. Уфа: Уфимский юридический институт МВД России, 2001. 214 с.;
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104;
- Учёный, наставник, педагог (к 75-летию Н. А. Катаева). Журнал «Правовая культура», Номер: 4 (19), Год: 2014. стр. 100—102. Всероссийский государственный университет юстиции (Саратов).
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Катаев Николай Анатольевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2026).
- Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации. Уфимский юридический институт Министерства внутренних дел Российской Федерации (ФГКОУ ВО УЮИ МВД России). Историческая справка (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2026).
- Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации. МВД по Республике Башкортостан. В Уфе простятся с генерал-майором внутренней службы в отставке, профессором и ветераном МВД республики Николаем Катаевым (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2026).
- Журнал «Ветеран Башкортостана». Официальный сайт. Скорбим. Ушел из жизни генерал-майор, профессор Николай Катаев (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2026).
- Сайт НКВД Советской России. Форум ›› Общие вопросы истории МВД ›› «История МВД СССР (1946—1953) ›› Генерал-майор Катаев Н. А. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2026).