Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы

Миләүшә (Лилиә) Абрар ҡыҙы Иҙрисова (рус. Миляуша (Лилия) Абраровна Идрисова1961 йылдың 28 декабре, Өфө) — музыка белгесе, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).

Биографияһы

1961 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә, ижади ғаиләлә тыуған.

Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус сәнғәт мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамлай, артабан уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтының теория факультетында дауам итә. 1986 йылда, институтты тамамлағандан һуң, Нуриман районы Никольский ауылы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй башлай. 1990 йылдан башлап (өҙөклөк менән) Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы филиалында: мөхәррир, 1991 йылдан алып музыкаль программаларҙың өлкән мөхәррире, 1993 йылдан — телевидение студияһының комментатор‑музыка белгесе, 1995—2005 йылдарҙа «Музыка» ижади берекмәһе етәксеһе, 2012 йылдан башлап музыкаль программалар мөхәррире, 2016 йылдан — программа алып барыусы. 2005 йылдан алып «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһында эшләй (2006—2010 йылдарҙа нәфис тапшырыуҙар баш редакцияһының баш белгесе); 2011 йылдың февраль—октябрендә Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры урынбаҫары[1].

2026 йылға ҡарата Башҡортостан радиоһында милли музыканы пропагандалаусы тапшырыуҙар әҙерләй[2].

Ижади эшмәкәрлеге

Башҡортостан юлдаш ТВ һәм «Культура» (Рәсәй) каналдарындағы «Антракт», «Лира», «Башҡортостандың сәнғәт оҫталары» программалары; «Ҡош юлы», «Хәйерле кис» программалар циклдары; Опера һәм балет театры, Р. Нуриев исемендәге хореография колледжы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар тураһында телевизион репортаждарҙың авторы һәм алып барыусыһы; Дилмөхәмәтовтар, З. Исмәғилев, В. Мортазин, А. Солтанов, М. Хисмәтуллин һәм башҡалар тураһында документаль фильмдар; фильм-концерттар сценарийҙарының авторы. тапшырыуҙары профессиональ кимәлдә әҙерләнгән.

Ғилми эшмәкәрлеге

М. Иҙрисова шулай уҡ фәндә лә эшмәкәрлек алып бара. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантура тамамлай. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт музыка сәнғәтенә һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт[3], 60-тан ашыу мәҡәлә авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ғаиләһе

  • Атаһы — композитор Абрар Ғабдрахманов (1935—2013). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
  • Әсәһе — Нажиә Аллаярова, совет һәм Рәсәй йырсыһы. Башҡорт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
  • Ҡыҙҙары — Дилара Иҙрисова, опера йырсыһы (сопрано), халыҡ-ара конкурстар лауреаты[4][5], Айгөл, Асия — республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 3 Идрисова Миляуша (Лилия) Абраровна. Центральный аппарат Союза композиторов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
  3. Видные деятели культуры Башкортостана: Миляуша Идрисова (К юбилею музыковеда, журналиста, педагога). Башинформ (28 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
  4. Диляра Идрисова. RusConzert. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
  5. Диляра Идрисова. Московская филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
  6. Ее называли «башкирской соловушкой» (к юбилею Нажии Аллаяровой). ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.

Тема буйынса өҫтәмә