Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы
Нажиә Аллаярова | |
---|---|
| |
Тыуған көнө | 15 июль 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Байрамғол ауылы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Һөнәр | Йырсы |
Театр | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры |
Наградалары |
Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы (15 июль 1936 йыл) — йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[1].
Биографияһы
Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова Башҡорт АССР-ының Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында 1936 йылдың 15 июлендә тыуған.
Мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ уға Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә.
Өфө сәнғәт училищеһында һәләтле ҡыҙ Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажиә Аллаярова училищены, артабан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.
Сыңғырлап торған саф тауышлы артист классик операларҙы ла, башҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы — композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2017)[1]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 http://glavarb.ru/upload/iblock/(недоступная ссылка) Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. Список награждённых (2017.06.08). pdf] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2017)
Һылтанмалар
- Ғәлимова Г. Л. Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Звёзды башкирской оперы Нажия Аллаярова и Нина Бызина 2014 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|
- 15 июлдә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Учалы районында тыуғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Башҡорт йырсылары
- Башҡорт опера һәм балет театры йырсылары