Прибылов Владимир Васильевич

Прибылов Владимир Васильевич (28 декабрь 1934 йыл — 5 декабрь 2006 йыл) — актёр. 1967—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) халыҡ артисы.

Биографияһы

Владимир Васильевич Прибылов 1934 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Ляхов ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы) тыуған.

1967 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы) тамамлай.

Институтты тамамлағас, Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрында эшләй.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Нил («Мещане», М.Горький)
  • Лещ («Последние», М.Горький)
  • Полоний («Гамлет», У.Шекспир)
  • Сорин («Чайка», А. П. Чехов)

Совет һәм хәҙерге спектаклдәрҙә:

  • Ленин («Шестое июля», М. Ф. Шатров)
  • Наум («Характеры», В. М. Шукшин)
  • Әнүәр («Йәшел ишек артындағы ҡатын-ҡыҙ», Р.Ибраһимбәков)
  • Сесил («Ваша сестра и пленница…», Л. Н. Разумовская)
  • Эрнандо («Изобретательная влюблённая», Лопе де Вега)
  • Оргон («Тартюф», Мольер)
  • Санчо Панса («Человек из Ламанчи», Д. Д. Вассерман һәм Д. Дэрион)
  • Соломон («Приглашаю в вечность, Ваше Величество!», Г. И. Гориндың «Кин IV» пьесаһы буйынса).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Һылтанмалар