Абдрахманов Барый Абдрахман улы
Барый Абдрахман улы Абдрахманов (рус. Барей Абдрахманович Абдрахманов; 1916 йылдың 28 декабре, Татлы (Белорет районы) — 1996 йылдың 1 апреле, Өфө) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты.
Биографияһы
Абдрахманов Барый Абдрахман улы 1916 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы ауылында 54°03′ с. ш. 57°49′ в. д.GЯO) тыуған[1].
Хеҙмәт юлын урман ҡырҡыусы булып башлап, уҡытыусы һөнәре ала, ВЛКСМ-дың район комитетында эшләй, һғыштан һуң республиканың төрлө райондарында яуаплы вазифалар башҡара. Улы Зөфәр йәшләй вафат булып ҡала, ә Илдус Барый улы — Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы.
Файл:Абдрахманов Барый.jpg
Барый Абдрахмановты I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү ҡағыҙы
Абдрахманов Барый Абдрахман улы хаҡлы ялға сыҡҡансы күп йылдар партия һәм дәүләт хеҙмәтендә яуаплы вазифалар биләй. Уның Саҡмағош районында эшләгән сағын райондың хеҙмәт ветераны Зәки Вәли улы Кәримов бик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Тыныс холоҡло, ҡыҙып бармаҫ, әммә төплө яуаптары менән кешене урынына ҡуя белгән талапсан, эшмәкәр кеше ине, тигән хәтирәләре И. Б. Абдрахмановтың «Химик Абдрахманов лирикаһы» тигән китапҡа ингән. Уның яҡын туғаны, һөнәре буйынса хәрби хеҙмәткәр Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы хәтирәләре лә уның бик юғары шәхес икәнен күрһәтә:
Һуғыш алдынан ул ВЛКСМ-дың Белорет райкомының беренсе секретары итеп һайлана. Һуғыштың тәүге көндәренән ул фронтҡа һорай башлай. Тик уны башта Силәбе танк училищеһына ебәрәләр. Уны тамамлағас, ауыр танкыларҙа командир була, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Украина фронттарында взводҡа етәкселек итә. МС-122 танкылары ротаһында комадир була. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн уға Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары һәм бик күп миҙалдар бирелә…Һуғыштан һуңғы хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, «Почёт Билдәһе» ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.[2]
Барый Абдрахманов СССР Юғары Советына депутат итеп һайлана һәм 1962—1966 йылдарҙа Милләттәр Советында эшмәкәрлек алып бара, 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының секретары булып эшләй[1].
1996 йылдың 1 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.12.1985)[1]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[3].
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)[1]
- «Почёт Билдәһе» ордены[1]
- РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1976)[1]
- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы[1]
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1968)[1]
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 майындағы 207-се Ҡарары менән Барый Абдрахман улы Абдрахмановтың исеме Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[4][5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Абдрахманов Барей Абдрахманович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (17 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, 2009. — 21-22 биттәр
- ↑ Абдрахманов Борей Абдрахманович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
- ↑ МАОУ СОШ № 1 было присвоено имя первого выпускника школы 1932 года, партийного и государственного деятеля, ветерана Великой Отечественной войны Абдрахманова Барея Абдрахмановича. Администрация городского округа закрытого административно-территориального образования город Межгорье Республики Башкортостан. Официальный сайт (15 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Абдрахманов И. Лирика химика Абдрахманова. — Уфа: Гилем, 2012. − 41—52 б.
- Ахметов Фарит. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009. — 57—63 б.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Абдрахманов Барей Абдрахманович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- Хронос. Праздничные и памятные дни, профессиональные праздники и юбилейные даты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- МАОУ СОШ № 1 имени Б. Абдрахманова ЗАТО Межгорье Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- Химик и лирик. Газета «Деловой мир Башкортостана», 04.09.2023 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)