Татлы (Белорет районы)
Татлы (рус. Татлы) — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы биләмәһендәге ауыл. Административ-территориаль бүленеш буйынса федераль үҙәк ҡарамағындағы ябыҡ Межгорье ҡалаһына ҡарай, уның Көньяҡ-көнбайыш ҡасабаһы булып иҫәпләнә. Элекке атамалары — Илмәш, Татлы ҡасабаһы, Белорет-15.
Географик урыны
Ауыл Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә, Дүнәнһуйған тауы итәгендә, Межгорье ҡалаһының Үҙәк микрорайонынан (рус.)баш. көньяҡ-көнбайышҡа табан 30 километрҙа урынлашҡан. Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан туранан алғанда 230 км, Белорет ҡалаһынан шулай уҡ туранан алғанда 35 км алыҫлыҡта. Ауыл янынан Өфө — Инйәр — Белорет — Магнитогорск асфальт юлы үтә.
Тарихы
Илмәш исеме менән XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән, 1740 йылдан алып билдәле[1]. Уға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала: бында Илмәш исемле кеше үҙенең нәҫел-нәсәбе менән килеп ултыра. Улар, Белорет заводы өсөн ерҙәре тартып алынғас, элекке урындарынан күсеп китергә мәжбүр була һәм Бағырашты йылғаһы буйына Ямантауҙан йыраҡ түгел төбәккә килеп урынлаша. Бағырашты йылғаһы мул булып бағыр балығы үрсегәнлектән шундай атама алған. Ауыл ошо ырыу башы исеме менән атала башлай.
1795 йылда ауылда 19 йорт-ихата булып, 66 ир-ат, 61 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[2].
X ревизия (1859 йыл) 30 йорт-ихатала 219 кешене теркәгән. Был ваҡытта улар 150 ат, 100 һыйыр, 79 һарыҡ, 30 кәзә тотҡан. 1920 йылға һандар әллә ни үҙгәрмәгән: 233 кеше йәшәгән, 47 йорт-ихата булған. Артабанғы йылдарҙағы халыҡ һаны: 1939 йыл — 287; 1959 йыл — 316; 1989 йыл — 662 кеше[1].
Ауылдың икенсе исеме Илмәштең улы Татлы хөрмәтенә бирелгән. Ул 1750—1825 йылдарҙа йәшәгән. Илмәш ауылы тирәләй уның улдары яңы ауылдарға нигеҙ һалған. Шул рәүешле Бирҙеғол, Ғәҙелша, Әрепҡол ауылдары барлыҡҡа килгән. Уларҙы дөйөмләштереп, документтарҙа Верхнеуральск өйәҙе, Тамъян-Ҡатай кантоны Татлы йәмғиәте тип теркәгәндәр.
Совет власы осоронда Татлыла ауыл советы эшләп килә, ул яҡын-тирәләге ауылдар өсөн үҙәк була[1].
1933 йылға тиклем ауыл халҡы йәйләүгә сыға торған булған. Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе — Ямантау, бында климат бик ҡырыҫ, шуға күрә игенселек менән шөғөлләнә алмағандар. Ауыл халҡы мал, солоҡ ҡорто тотҡан, һунарсылыҡ, ағас эше менән шөғөлләнгән[2]. Совет осоронда ла башлыса леспромхозда, урман хужалығында эшләгәндәр.
Бағырашты йылғаһы ул саҡта тулы һыулы булған һәм унда хатта ҡыуғынға төшкәндәр.
1926 йылда Белорет — Инйәр тар колеялы (рус.)баш. тимер юлы һалынғас, леспромхоз эшселәре күмер яндырып, Белорет заводына вагондар менән оҙата башлаған.
1990 йылдарҙа Илмәш һәм Көҙйылға ауылдары янында ябыҡ ҡала төҙөлә башлай. Татлыға «Белорет-15» атамаһы бирелә.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 8 июлендәге Указы менән Межгорьеға ҡала статусы (рус.)баш. бирелә һәм Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы барлыҡҡа килә, Татлы ауылы уның составына индерелә.
Ауыл ҡала ситенә әүерелгән, әммә ҡәҙимгесә тормошо дауам итә. 2010 йылдарҙа ауыл халҡы үҙ көсө менән мәсет төҙөп, ауылға нигеҙ һалған ҡанбаба хөрмәтенә уға «Илмәш» исемен бирәләр.
Тәбиғәте
Ауыл Оло Инйәр менән Кесе Инйәр араһындағы майҙанда, икеһенән дә ярайһы уҡ алыҫлыҡта урынлашҡан. Уны тауҙар уратып алған. Көньяҡ Уралдағы иң бейек Ямантау (1639) ҡырыҫлығы үҫемлектәр донъяһына ла йоғонто яһай, бында имән, саған кеүек йылыраҡ климатҡа мохтаж ағастар үҫә алмай, йүкә ваҡ була. Тундра үҫемлектәре лә осрай, ағастар райондың Ямантауҙан йырағыраҡ ерҙә үҫкәндәренән нәҙегерәк һәм тәпәшерәк. Йәй тау климатына ярашлы — ҡыҫҡа, Ямантау башында ҡар иреп бөтмәгән йылдарҙа — һыуыҡ. Йәй башында һәм аҙағында ҡырауҙар йыш төшә, уларҙың йәй уртаһында ла булыуы ихтимал.
Йәнлектәр донъяһы бай.
Төйәктең ҡалҡыу ерҙә урынлашыуы арҡаһында яуым-төшөм йылы менән 700 мм-ға тиклем етә, уртаса йыллыҡ температура 0,5 °C тирәһе була.
Ауыл уртаһынан Тоҡанбаш тигән саф һыулы йылға аға, уға Хәбер йылғаһы ҡоя.
Ауылдың күренекле кешеләре
- Абдрахманов Барый Абдрахман улы (1916—1996), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары.
- Абдрахманов Илдус Барый улы (1942 йылда тыуған), химик-ғалим, академик. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990);
- Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (1961 йылда тыуған), музыкант, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003);
- Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы (1940—2001), хәрби хеҙмәткәр, подполковник.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Татлы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- Сайт «Межгорье Юго-Западный». История города (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- Сайт «Kimby». История деревни Татлы (Башкирия) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)