Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы

Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы Ғәйзуллин (рус. Гайзуллин Рамил Мавлитович; 1961 йылдың 25 сентябре, Межгорье, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй музыканты, ҡурайсы, музыка эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008). Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ инструменттары оркестрын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе.

Биографияһы

Рәмил Ғәйзуллин 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы (Межгорье ҡала округында) ауылында тыуған. Музыкаль белемен Өфө сәнғәт училищеһында ала. 1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р. Р. Рәхимов класы) тамамлай. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын, 2010 йылда — Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.

undefined

1987 йылдан — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-инструменталисы. 2001 йылда Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ инструменттары оркестрын ойоштороу инициаторы була һәм уның художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Оркестр менән 2016 йылға тиклем етәкселек итә[1].

Солист һәм дирижёр булараҡ сығыш яһай, Рәсәй һәм сит ил халыҡ инструменттары оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Улар араһында В. В. Андреев исемендәге Дәүләт академия рус оркестры, Н. П. Осипов исемендәге Милли академия халыҡ инструменттары оркестры, Ҡурманғазы исемендәге халыҡ инструменттары академия оркестры (Ҡаҙағстан) һәм башҡа коллективтар бар. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, Башҡортостандың музыкаль сәнғәтен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә таныта[2].

Ғайзуллиндың башҡарыу оҫталығы башҡорт ҡурай сәнғәте традициялары менән бәйле. Ҡурайҙан тыш, ул ҡубыҙҙа, хайранда, дуплфуруйҙа (икеле флейта), чоорҙа (ҡырғыҙ оҙонлоҡ флейтаһы), сыбыҙғыла ла уйнай. Уның башҡарыу манераһына йомшаҡ лирик яңғыраш һәм тамаҡ менән йырлау элементтары хас.

1996 йылда композитор М. Х. Әхмәтовтың «Варган-симфония»һында ҡурай партияһын тәүге тапҡыр башҡара[2].

Репертуары

Оҙон көй («Ғилмияза», «Ҡаһым түрә», «Урал» һәм башҡалар), бейеү көйҙәре: «Зарифа», «Ҡарабай», «Түңәрәк күл»; донъя халыҡтары көйҙәре.

Беренсе булып М. Х. Әхмәтовтың «Варган-синфонияһында» ҡурай партияһын башҡарҙы (1996)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттары башҡарыусылары конкурсы лауреаты (Горький, 1989);
  • Һирәк музыка инструменттарында башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Череповец, 1994);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)[1].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар