Әхмәтшин Рәдүс Йәҙит улы

Рәдүс Йәҙит улы Әхмәтшин (рус. Ахметшин Радус Ядитович; 1957 йылдың 28 декабре, Туғай) – педагог-ғалим, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2000 йылдан Нефтекама машиналар эшләү техникумы директоры. Нефтекама ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Ҡаланың почётлы гражданы (2018).

Биографияһы

Рәдүс Йәҙит улы Әхмәтшин 1957 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Туғай ауылында тыуған.

2024 йылдың 13 декабрендә Нефтекама ҡалаһында вафат булды[1][2][3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Нефтекама ҡалаһы ҡала округының бер нисә саҡырылыш советы депутаты һәм совет рәйесе[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
  • Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018)

Һылтанмалар