Бөтә донъя шәкәрле печенье көнө
Бөтә донъя шәкәрле печенье көнө | |
---|---|
Байрам саралары | 19 июль |
Традициялар | фестивалдәр, конкурстар үткәрелә |
Бәйле | АҠШ-тың Назарет ҡалаһында Германиянан күсеп килгән протестанттар беренсе тапҡыр әҙерләгән көн |
Бөтә донъя шәкәрле печенье көнө — кондитерҙар һәм тәм-том яратыусылар араһында популяр булған, йыл һайын 9 июлдә донъяның күп илдәрендә билдәләнгән байрам.
Кондитер изделиелары баҙарында иң билдәле изделиеларҙың береһе булған шәкәрле печенье үҙенең ябайлығы һәм ҡабатланмаҫ тәме менән таң ҡалдыра. Уның тарихы XVIII быуаттан башлана, һәм шул ваҡыттан алып был тәм-томдың рецептары камиллашыуҙан туҡтамай, йылдан-йыл күберәк бешерергә теләүселәрҙе йәлеп итә.[1]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был байрам Америка Ҡушма Штаттарында башлана. Америкала Ул Милли шәкәрле печенье көнө булараҡ билдәле. XVIII быуатта Пенсильвания штатының Назарет ҡалаһында Германиянан күсеп килгән протестанттар был ғәжәйеп кондитер изделиеһын беренсе тапҡыр әҙерләп күрһәткән тип иҫәпләнә.
Рәсми статусы булмаһа ла, байрам бик популяр. Был көндө бөтә донъянан кондитерҙары шәкәр печеньеһының традицион һәм автор варианттарының тәҡдим итә. Бынан тыш, йыш ҡына был иҫ киткес тәм-томға арналған ярыштар һәм кондитер фестивалдәре үткәрелә.[2]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ День сахарного печенья . Календарь событий. Дата обращения: 13 май 2024.
- ↑ 9 июля: какой сегодня праздник, что было в этот день . RIAMO.RU. Дата обращения: 13 май 2024.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Печенье (полусахарное, сахарное) // Товарный словарь. Том 6 / Гл. ред. И.А. Пугачев. — М.: Госторгиздат, 1959. — Стб. 951—962.
- Сахарное печенье // Рецептуры на печенье, галеты и вафли / Минпищепром СССР. ВНИИ кондитерской промышленности. — М.: Пищевая промышленность, 1969. — С. 41—151. — 552 с.