Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы
Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматова (рус. Гузель Яныбаевна Хамматова; 1953 йылдың 28 октябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2021 йылдың 3 ноябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй тәржемәсеһе, уҡытыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (2008).
Биографияһы
1953 йылдың 28 октябрендә тыуған.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында, ә 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институтында уҡыта.
Атаһының «Хәсрәтле бала саҡ» (2002), «Салауат батыр» (2004), «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя» (2007) һәм башҡа романдарын, Р. Т. Бикбаевтың «Рәми» (2008) китабын, Ф.Ә. Исхаҡова, Б.Ноғоманов, Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ә. Әхмәтшин, Г.М. Яҡупова, Л.М. Яҡшыбаева һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә.
2008 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Гүзәл Яныбай ҡыҙының 50 тирәһе фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәте бар.
Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы 2021 йылдың 3 ноябрендә коронавирус сиренән Өфө ҡалаһында вафат булған.
Әҫәрҙәре
- Магия древних слов. Өфө, 2002
- В начале был Хаос… Өфө, 2008
Ғаиләһе
- Атаһы — Яныбай Хамматов, яҙыусы.
- Әсәһе — Фидан Хамматова.
- Ҡыҙы — Алһыу Хамматова[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хамматовтар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. ye102.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2026.
Һылтанмалар
- Р.Ә. Сиражитдинов тәрж. Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.