Һунаршин Әүәл Хажи улы

Әүәл Хажи улы Һунаршин (рус. Ава́ль Хаджа́евич Суна́рчин; 1911 йылдың 28 октябре, Билән, Пермь губернаһы1995 йылдың 6 ғинуары, Өфө) — төҙөүсе-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан[1]. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966)[2].

Биографияһы

Һунаршин Әүәл Хажи улы 1911 йылдың 28 октябрендә Рәсәй империяһының Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы) Билән ауылында тыуған[3]. Милләте — башҡорт[4].

1946 йылда Өфө нефть институтын тамамлап, юғары белем ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1931 йылда Учалы районында колхоз төҙөлөш үҙәгенең район-ара контораһында (рус.)баш. техник-етәксе булып башлай.

1932-1933 йылдарҙа «Севцветметзолото» берекмәһенең Свердловск ҡала төҙөлөш контораһында прораб булып эшләй.

1933-1935 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.

1935-1938 йылдарҙа «Нефтезаводпроект» тресының Өфө филиалында инженер-конструктор булып эшләй. 1938 йылдан 1941 йылға тиклем Өфө нефть эшкәртеү заводының капиталь төҙөлөш бүлегенең өлкән инженеры вазифаһын биләй.

Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариаты тарафынан мобилизациялана (рус.)баш.[5]. Брянск, Сталинград, Көньяҡ һәм IV Украина фронттарында рота командиры һәм батальон командиры урынбаҫары вазифаларында һуғыша.

Демобилизациянан (рус.)баш. һуң 1945 йылда «Башнефтезаводы» берекмәһенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1946-1950 йылдарҙа «Башнефтезаводстрой»тресының производство-техник бүлеген етәкләй.

1950-1951 йылдарҙа баш инженер вазифаһын биләй, 1951 йылда «Востокнефтепроводстрой» тресы идарасыһы итеп тәғәйенләнә. Магистраль үткәргес торбалар төҙөү менән бәйле техник һәм хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итә. 1961 йылда трест коллективы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә.

Әүәл Һунаршин Туймазы — Омск, Бохара — Урал, Урта Азия — Үҙәк, «Төньяҡ Балҡышы», «Дуҫлыҡ», Усть-Балык — Омск, Усть-Балык — Өфө — Әлмәт, Ырымбур — Зәй магистраль газ үткәргестәрҙе төҙөүҙә ҡатнаша[6].

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы Указы менән Әүәл Һунаршинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[7].

1976-1979 йылдарҙа — «Востокнефтепроводстрой» тресының баш иҡтисадсыһы, 1979-1987 йылдарҙа — СССР Нефть һәм газ сәнәғәте министрлығының Көнсығыш үткәргес торбалар төҙөү ойошмалары баш идаралығының бүлек начальнигы.

1995 йылдың 6 ғинуарында вафат була, Өфөлә ерләнә[3].

Хеҙмәттәре

  • Бородавкин П. П., Сунарчин А. Х. Строительство магистральных трубопроводов в сложных условиях. — М.: Недра, 1965. — 215 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Өфөлә Әүәл Һунаршинға арналған ике иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған: береһе ул йәшәгән йортта[10], икенсеһе - «Востоктрубопроводстрой» тресы бинаһында уның барельефлы һүрәте төшөрөлгән[11].

Иҫкәрмәләр

  1. Подвиг народа. podvignaroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
  2. 28 октября. День в истории (ингл.). UfaCity.Info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 Ғ.Ғ.Фәрхетдинов. Һунаршин Әүәл Хажи улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (баш.)
  4. Һунаршин Әүәл Хажи улы. «Герои страны» сайты.
  5. Сунарчин Аваль Хаджаевич, 28.10.1911. Документы участника войны (билдәһеҙ). Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  6. Сунарчин Аваль Хаджаевич.Фото из сборника заслуженные люди Белокатайского района, регистрационный номер — 14817217 (билдәһеҙ). exponat-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  7. Сунарчин Аваль Хаджаевич. "Герои страны" международный патриотический интернет-проект. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  8. Сунарчин Аваль Хаджаевич, 28.10.1911. Документы участника войны. (билдәһеҙ). Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  9. Подвиг народа. podvignaroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  10. Об увековечении памяти Сунарчина Аваля Хаджаевича и Бутырина Сергея Ивановича от 01 марта 2005 - docs.cntd.ru. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  11. Стальные строки биографии Аваля Сунарчина. 4 февраль 2026 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Герои труда / Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издатедьство Диалог, 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)

Һылтанмалар