Абдуллин Әнүәр Абдулла улы
Абдуллин Әнүәр Абдулла улы (5 июнь 1917 йыл — 28 октябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һәм Совет-Япон һуғыштарында ҡатнашыусы, артиллерист, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1943 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы. 5-се армия, 3-сө Белоруссия фронты, 277-се уҡсылар дивизияһының 846-сы артиллерия полкында орудие расчеты командиры.
Биографияһы
Әнүәр Абдулла улы Абдуллин 1917 йылдың 5 июнендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Иҫке Дөмәй ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Дөмәй ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1934 йылда Дәүләкән фабрика-завод училищеһын тамамлаған. Һуңынан Өфөлә кооператив техникумында уҡыған һәм техникумды тамамлағандан һуң Бүздәк май заводында мастер ярҙамсыһы булып эшләгән[1][2].
1939 йылда Туймазы район хәрби комиссариатынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Монголияла торған 57-се танк дивизияһында хеҙмәт иткән[3].
1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышының Карел, Көнбайыш, Сталинград, Дон һәм 3-сө Белоруссия фронттарының яу яланындарында алыша[1]. Киевты обороналауҙа, Мәскәү[4] һәм Сталинград өсөн алыштарҙа, Белоруссияны, Балтик буйын азат итеүҙә һәм Көнсығыш-Пруссия операцияларында ҡатнаша[4]. Һуғыш ваҡытында дүрт тапҡыр яралана[2]. Һуғыштың тамамланыуын Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай[5].
1944 йылдың 21 авгусында Каунас ҡалаһынан көнбайыштараҡ Клепы ауылы районындағы алышта орудие расчеты командиры өлкән сержант Әнүәр Абдуллин батырлыҡ күрһәтә. Батарея позицияһына дошмандың 16 танкы, 25 бронетранспортеры һәм полкка яҡын пехотаһы һөжүм итә. Ҡаршы ут асып Абдуллиндың расчеты дошмандың алдан килгән танкын яндыра, ә ҡалғандары батареяны флангтарҙан урап үтеп ҡамарға тырыша. Дошмандың көслө артиллерия һәм пулемет уты аҫтында Абдулин расчеты орудиены 300 метр ситкәрәк отошло урынға күсерә һәм ҡабаттан ут аса. Тағы бер немец танкы яндырыла. Бер үк ваҡытта расчет командаһы орудиенан һәм шәхси ҡоралдарынан да дошмандың пехатоһына ут аса. Алыш һөҙөмтәһендә гитлерсылар ике танкыһын һәм ике йөҙгә яҡын һалдатын һәм офицерын юғалтып кире сигенергә мәжбүр була. Батарея биләгән позицияһын һаҡлап ҡала[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән өлкән сержант Әнүәр Абдулла Улы Абдуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы Һәм Ленин ордены тапшырыла[6].
1945 йылдың авгусында совет-япон һуғышы ваҡытында 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты армияһы частарында Маньчжурияла Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш тамамланғандан һуң 1946 йылдың июлендә Башҡортостанға ҡайта[5][7].
1948 йылдан 1959 йылға тиклем КПСС-тың Бүздәк һәм Ҡырмыҫҡалы район комитеттарында эшләй. 1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен тамамлай[7]. Шул уҡ йылда КПСС-тың Совет район комитеты секретары булып эшләй[8]. 1959 йылдан 1986 йылда пенсияға киткәнгә тиклем М. Б. Фрунзе исемендәге Өфө резина техник изделиелар заводында партком секретары, цех начальнигы (1965), режим буйынса директор урынбаҫары (1970) булып, һуңынан заводтың граждандар оборонаһы штабында эшләй[1].
Әнүәр Абдулла Улы Абдуллин 2002 йылдың 28 октябрендә Өфөлә вафат була, Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнгән[1][9].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы (24.03.1945)[10]
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[11]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (24.03.1945)[12]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (08.04.1944)[13]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.02.1943)[14]
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (14.07.1943)[15]
Хәтер
Өфөнөң Ибраһимов бульварындағы 23-сө йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
1997 йылда Илеш районы Дөмәй ауылың Совет урамында «Был урамда Советтар Союзы Геройы Абдуллин Әнүәр Абдулла улы тыуған һәм үҫкән йорт урынлашҡан» тигән иҫтәлекле билдә ҡуйылған[16].
2007 йылдың 14 июлендә Үрге Йәркәй ауылында мемориаль таҡтаташ асылған[17], уның хөрмәтенә урам аталған[18].
2015 йылдың 14 сентябрендә Дөмәй ауылың мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[19].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Уфаркин Н. В. Абдуллин Әнүәр Абдулла улы. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2017. Архивировано 2 июль 2017 года.
- ↑ 1 2 Мустафин А. 95 лет со дня рождения Героя Советского Союза Анвара Абдуллина. Газета «Маяк». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
- ↑ Абдуллин А. А. // Забайкальцы – герои Отечества : К 60-летию Великой Победы. — Чита : Изд-во ЗабГПУ, 2005. — 244 с. — (Б-ка «Энциклопедия Забайкалья»).
- ↑ 1 2 Татарская энциклопедия, 2002, с. 15
- ↑ 1 2 Главный бой Анвара Абдуллина. УФА ГИД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 1 2 Яппаров, 1999, с. 128—129
- ↑ Ермоленко Н. Анвар Абдуллин — человек, победивший 16 фашистских танков и 25 бронетранспортёров. Информационное агентство «Башинформ» (14 июль 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
- ↑ Өфөнөң Көньяҡ зыяратында Әнүәр Абдуллин ҡәбере
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Мемориальная доска Герою Советского Союза Анвару Абдуллиновичу Абдуллину. Никто не забыт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
- ↑ Ермоленко Н. Сегодня в центре Илишевского района открыты мемориальные доски в честь дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева и Героя Советского Союза Анвара Абдуллина. Информационное агентство «Башинформ» (14 июль 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
- ↑ Абдуллин Анвар Абдуллинович. Никто не забыт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
- ↑ Установлена мемориальная доска. Муниципальный район Илишевский район (14 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.
Сығанаҡтар
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Абду́ллин Анвар Абдулинович // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз.
- Мухаметдинов Г. Р.. Абдуллин Анвар Абдуллинович // Башкирская энциклопедия / гл. ред.: М. А. Ильгамов. — Уфа : Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1: А — Б. — 623 с. — 7000 экз. — ISBN 5-88185-053-X.
- Яппаров Х. М.. Наше шежере: История еланских башкир. — Уфа : Китап, 1999. — 272 с. — 2000 экз. — ISBN 5-295-02630-2.
Һылтанмалар
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Абдуллин Анвар Абдуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» Музей Победы. Абдуллин Анвар Абдуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Абдуллин Анвар Абдуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Абдуллин Анвар Абдуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026).
- Абдуллин Әнүәр Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.