Ивушкин Владимир Иванович
Владимир Иванович И́вушкин (рус. Владимир Иванович И́вушкин, 1942 йылдың 9 июне, Шемәк ауылы, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 1999 йылдың 12 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй элемтә монтажсыһы — кабель ялғаусы. «Союзтелефонстрой» тресының төҙөлөш-монтаж идаралыҡтарында, «Ростелефонстрой» акционерҙар йәмғиәтенең Екатеринбург филиалында һәм «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө ҡала электр селтәрҙәрендә эшләй. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры[1].
Биографияһы
Владимир Иванович Ивушкин 1942 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ы Өфө районының Шемәк ауылында тыуған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1959 йылда Өфө моторҙар эшләү заводында балта оҫтаһы булып башлай һәм унда 1962 йылға тиклем эшләй. 1965 йылдан «Союзтелефонстрой» тресының Өфө төҙөлөш-монтаж идаралығында элемтә монтажсыһы — кабель ялғаусы, ә 1982 йылдан шул уҡ трестың Куйбышев төҙөлөш-монтаж идаралығында эшләй[1].
1988 йылдан «Ростелефонстрой» акционерҙар йәмғиәтенең Екатеринбург филиалында эшләй. 1993—1999 йылдарҙа «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө ҡала электр селтәрҙәрендә хеҙмәт итә[1].
Наградалары
- III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975)[1].
- II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1981)[1].
- I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1986)[1].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Герои труда / составители Р. А. Валишин и др.. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия / главный редактор М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — Т. 3: З—К. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.
Һылтанмалар
- Ивушкин Владимир Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Ивушкин Владимир Иванович — «Герои страны»