Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы

Артур Валерий улы Зөлҡәрнәев (рус. Зулькарнаев, Артур Валерьевич; 1995 йылдың 9 июне, Арыҫлан ауылы, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй спортсыһы, билбау көрәше һәм милли көрәш менән шөғөлләнеүсе. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры.

Биографияһы

1995 йылдың 9 июнендә Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында тыуа. Өсөнсө синыфтан спорт менән шөғөлләнә башлай, уның беренсе тренеры — атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Һуңынан Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Роберт Исмәғилев етәкселегендә шөғөлләнә. Борай районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡытыусы-тренер булып эшләй[1].

Бөгөн уның активында бик күп етди ҡаҙаныштар бар: 2009 йылда көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы була. 2010, 2011 һәм 2012 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, Бразилияла донъя чемпионатында ҡатнаша. 2012 йылда беренсе тапҡыр билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында еңеп, ике тапҡыр донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша.

2024 йылдың ноябрендә Артур Зөлҡәрнәев Пермь крайында Көрәш һарайында Бөтә Рәсәй һабантуйында сығыш яһай. Көрәшсе бер минут эсендә 25 арҡа ырғытыуҙы тамамлай[2].

2025 йылдың ноябрендә Көрәш һарайында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса донъя кубогы үтте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ) тренеры һәм уҡытыусыһы Артур Валерий улы Зөлҡәрнәев алтын миҙал яуланы.

2026 йылдың июнендә (25-28 июнь), Ҡазанда (Татарстан Республикаһы) көоәш буйынса 15-се юбилей чемпионатында һәм беренселегендә үҙ ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яулай һәм спорттың был төрөндә биш тапҡыр донъя чемпионы була[1].

Спорт дәрәжәһе

  • Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[3];
  • Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[4].

Спорт ҡаҙаныштары

Миҙал Ярыш Ваҡыты Үткәреү урыны Ауырлыҡ категорияһы
1 Башҡорт-татар көрәше буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты 11 — 12 декабрь, 2010 Ҡаҙан, Татарстан Республикаһы
1 Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге 11 — 14 август, 2011 Әстерхан
1 «Көрәш» буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты 12-14 декабрь, 2011 Өфө, Башҡортостан Республикаһы 75 кг-ға тиклем
1 Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге 24-26 февраль, 2012 70 кг
1 Милли көрәш буйынса донъя беренселеге 21-22 апрель, 2012 Сан-Пауло, Бразилия 75 кг
1 Юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса донъя беренселеге 9 — 12 август, 2012 Рязань 70 кг-ға тиклем
1 «Көрәш» буйынса «Урал кубогы» VI Бөтә Рәсәй турниры 2 — 3 ноябрь, 2012 Красноуфимск, Свердловск өлкәһе 75 кг-ға тиклем
1 1993-1995 йылғы юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге 22 март, 2013 Иглин, Республика Башкортостан 75 кг
1 Көрәш һәм билбау көрәше буйынса ирекле стилдә студенттар араһында Бөтә Рәсәй ярыштары 5 — 7 апрель, 2013 Ҡаҙан, Татарстан Республикаһы 75 кг-ға тиклем
2 Билбау көрәше буйынса Донъя чемпионаты 21 — 25 август, 2014 Ульяновск 70 кг
1 Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 18 — 21 сентябрь, 2014 Владикавказ, Төньяҡ Осетия 68 кг
2 Билбау көрәше буйынса XII Донъя чемпионаты 19 — 24 ноябрь, 2014 Ашхабад, Төркмәнстан 68 кг-ға тиклем;
2 Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты 7 декабрь, 2014 Өфө, Башҡортостан 70 кг
1 20 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге Үрге Тәтешле, Башҡортостан Республикаһы 13 — 14 март, 2015
2 Өфө ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир 30 октябрь, 2015 Өфө, Башҡортостан Республикаһы 70 кг-ға тиклем
1 Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты 5 — 6 декабрь, 2015 Йошкар-Ола, Марий-Эл Республикаһы 70 кг-ға тиклем
2 Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 23 — 24 сентябрь, 2016 Владикавказ, Төньяҡ Осетия 68 кг
1 Билбау көрәше буйынса XIV Донъя чемпионаты 27-29 октябрь, 2016 Яр Саллы, Татарстан Республикаһы
1 Билбау көрәше буйынса Донъя чемпионаты 2023 Ҡаҙағстан Астана 82 кг-ға тиклем
1 Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты 2024 Пермь 82 кг-ға тиклем
1 БРИКС илдәре уйындары 2024 Ҡазан 82 кг-ға тиклем
1 Бөтә донъя күсмәндәр уйындары 2024 Ҡаҙағстан Астана 82 кг-ға тиклем
1 Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 2025 Люберцы 82 кг-ға тиклем
1 Көрәш буйынса донъя чемпионаты 2026 Ҡазан 82 кг-ға тиклем

Ғаиләһе

Атаһы — Валерий Зөлҡәрнәев, ул уҡ беренсе тренеры. Ағаһы — Вадим Зөлҡәрнәев, көрәшсе, Рәсәйҙең спорт мастеры[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Лейла Аралбаева. Спортсмен из Башкирии стал пятикратным чемпионом мира по корэш. ИА "Башинформ" (28 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
  2. Артур Зулькарнаев из Башкирии стал семикратным чемпионом мира по борьбе на поясах
  3. Наградные приказы — Министерство спорта Российской Федерации. www.minsport.gov.ru (15 ғинуар 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2017.(недоступная ссылка)(рус.). www.minsport.gov.ru (15.01.2015 г.). 17 май 2017 тикшерелгән.
  4. Наградные приказы — Министерство спорта Российской Федерации. www.minsport.gov.ru (8 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 май 2017. 2015 йылдың 15 август көнөндә архивланған.(рус.). www.minsport.gov.ru (08.06.2015). 17 май 2017 тикшерелгән.
  5. [https://fpio.org.ru/data/10-rank/doc/ms-20110712-98.pdf О присвоении спортивного звания "Мастер спорта России"] (12 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.

Һылтанмалар