Билбаулы көрәш
Билбаулы көрәш (рус. Борьба на поясах; XX быуат уртаһына тиклем Рәсәйҙә «швейцария көрәше» һәм «рус-швейцария көрәше» булараҡ билдәле) — билдәренә билбау бәйләнгән ике алышсы аяғөҫтө көс һынашҡан боронғо көрәш төрө. Спортсылар һәр ваҡыт бер-береһенең билбауына йәбешеп алыша һәм көнәркәшен арҡаһына һалып, еңеү яуларға тырыша.
Билбаулы көрәш тарихы
Билбаулы көрәш — боронғо спорт төрҙәренең береһе. Быны боронғо ҡулъяҙмалар ҙа, документтар ҙа һәм төрлө тарихи сәнғәт ҡомартҡылары ла раҫлай. Белгестәр Ер шарының төрлө мөйөштәрендә — Үҙәк Америкала, Африкала, Европала, Азияла билбаулы көрәште ҡаяларҙағы һүрәттәрҙә таба. Бағдад эргәһендә 1938 йылда билбаулы көрәшселәр төшөрөлгән бронза статуэтка табыла, уға яҡынса алты мең йыл була. Ҡытайҙың XI быуаттағы «Тан Шу» йылъяҙмаһында билбаулы көрәш буйынса ярыштар телгә алына. XI быуатта был алыш тураһында ғалим һәм философ Әбүғәлисина ла һөйләй.
Көрәштең мең йыллыҡ тарихы тураһында беҙҙең эраға тиклем III һәм I быуаттарҙа тиклем күсмәндәрҙең көнсығыш төркөмөнөң ҡиммәтле сәнғәт ҡомартҡыларыты ла раҫлай. Мәҫәлән, Ордос, Ҡытайҙа табылған бронза ҡайыш баштарында, элек-электән төрки халыҡтары йәшәгән Төмән өлкәһенең Обь йылғаһы буйында урынлашҡан ҡаласыҡтан табылған көмөш һауыттарҙа көрәшеүсе пар һүрәтләнә.
Билбау менән төрки халыҡтары ғына көрәшмәй. Был спорт төрөнөң ареалы күпкә киңерәк һәм Ирландия, Шотландия, Уэльс һәм Испанияны ла индереп, хәҙерге Европаны биләп ала тиергә була. Миҫалдар күп: Кореяла — көрәше, Швейцарияла — швинген. Һәр халыҡта билбаулы көрәш үҙенең үҙенсәлектәренә эйә. Бындай киң таралыш сәбәбе булып һыбайлы һөжүмдә дошманды эйәренән алып ташлау һәләте тора. Яугирҙарҙың хәрби әҙерлегенең был элементы, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем, күнекмәләрҙә ентекле өйрәнелә, атлы алышты имитациялап билбау ҡулланыла. Билбаулы көрәштәге уңыш ысын алышта ла уңышлы буласаҡ, тип күҙаллана, шуға күрә күп халыҡтар ошо алышта оҫталығын арттыра.
Славяндарға билбаулы көрәш традицияһы төрки халыҡтарҙан инә. Көрәштең был төрө нигеҙҙә Рәсәйҙең көньяғында, Волга буйында, Көньяҡ Уралда, Көнбайыш Сеьерҙә һәм Украинаның көньяғында таралған була. Барлыҡ төрки халыҡтары тыныс ваҡытта үҙҙәренең хәрби оҫталығын билбаулы көрәш методикаһы һәм алымдары аша камиллаштыра. Ултыраҡ тормош тарала башлағас, ир-аттың кейемендә билбау йәки ҡушаҡ барлыҡҡа килә, көрәш аматаһы ла ошонан алына. Ике һыбайлы алышы процессын күрһәтеү өсөн тыныс тормошта күнекмәләрҙә билбау ҙа етә. Көнәркәштәр бер-береһенә алыҫ аранан яҡынлаша, бер-береһен билбауҙарынан эләктереп алып, көнәркәшен үҙенә яҡыныраҡ тартып алырға һәм уны урынынан күтәреп алып ергә ташларға тырыша. Йәғни һыбайлыларҙың хәрби алышы аныҡ сағыла.
Алыш ваҡытында һыбайлының аяғы һәр ваҡцыт өҙәңгелә булырға тейеш һәм ул длшманына ҡаршы аяҡ менән эшләй һәм эйәренән ергә хәүефһеҙ ҡолап төшмәй. Шуға күрә күнекмәләрҙә яугирҙар, хәрби хәл-торошто хәрби торошҡа яҡынлаштырып, шулай уҡ аяҡ менән эш итеүҙе индермәй. Әммә алыш ваҡытында һыбайлы дошманының һул йәки уң яғына сыға ала. Ошонан билбаулы көрәш ваҡытында ла көнәркәшенең уң йәки һул аяғы артына аҙым яһап ташлау ғәҙәте ҡала.
Яугирҙың ҡул суҡтары, терһәктәре, ҡулбаштары, ҡулбаш быуындары һәм арҡаһы көслә булырға тейеш. Ҡулдарҙың, ҡулбаштың һәм арҡаның тартыу көсө ҡыҫҡа ғына ваҡытта уның йәшәү һәм үлем мәсьәләһен хәл итә. Шуға күрә улар тартыу, күкрәк аша, аҙым яһап йәки сүкәйеп, ултырып, арҡаһына сығып күтәреп ташлау өсөн алышсының тартыу ҡеүәтен арттырған ауыр күнекмәләр эшләй.
Һуңыраҡ көрәш байрам алыштарына әйләнә. Халыҡ байрамдары ваҡытында билбаулы көрәш милли байрам программаларында төп урында тора. билбаулы көрәш бик күп төрки халыҡтарында бар: мәҫәлән, ҡарасайҙарҙа ул уттш тип атала, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа — күрес, үзбәктәрҙә, башҡорттарҙа — көрәш
Рәсәйҙә билбаулы көрәш нигеҙҙә башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа һаҡланып ҡалған. Әммә дәүеҙрҙәр алмашынғас, билбау башҡорт һәм татар көрәшендә лә юҡҡа сыҡҡан. уның урыныны аҡ таҫтамал барлыҡҡа килгән һәм көрәшселәр, бер-береһен ошо таҫтамал менән урап тотоп, көслөрәкте асыҡлаған. XVIII быуатта Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүсе академик И. Лепёхин үҙенең күҙәтеүҙәрендә, алшсылар «бер-береһенең яғаһына йәбешмәй, ә ҡушаҡ йәиһә ябай таҫтамал ҡуллана» тип билдәләй. Иван Поддубный данлы осороноң үрендә билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы була. Рустарҙа билбаулы көрәш тураһында Орёл алпауыты Н. И. Толубеев мемуарҙарында иң элек телгә алына. Иң беренсе рәсемдәр ҙә яҡынса шул ваҡытҡа тура килә: рәссам И. Щедровскийҙың 1837 йылда төшөрөлгән картинаһында билбаулы көрәш һүрәтләнә. Владимир Даль, үҙенең «Словаре живого великорусского языка» баҫмаһында рустарҙа булған традицион көрәш төрҙәрен барлап, «татарҙар һәм башҡорттар бер-береһен, кейемдәренә йәбешмәйенсә, билбауҙан тотоп, бер-береһенә һул ҡулбаштары менән терәлеп, бил аша ташлай, аяҡ салырға ярамай», тип яҙа.
Заманса үҫеш этаптары
Билбаулы көрәш буйынса беренсе донъя чемпионаты 2002 йылда Эркинбаев Баяман инициативаһы буйынса Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында үткәрелә[1]. Унда 21 ил вәкиле ҡатнаша һәм яңы халыҡ-ара берләшмә — «„Алыш“ халыҡ-ара билбаулы көрәш федерацияһы» (IFWBA) төҙөй.
Спорт төрө булараҡ билбаулы көрәш Рәсәйҙә 2003 йылда Р. Ф. Гайнанов инициативаһы буйынса Билбаулы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй Федерацияһын ойоштороу һәм, танылған спорт төрө булараҡ, Рәсә Федерацияһы Спорт министрлығының Берҙәм Бөтә Рәсәй спорт квалификацияһына индереүҙән барлыҡҡа килә. Уның Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә әүҙем үҫешеүе һөҙөмтәһендә 2011 йылда штаб-фатиры Мәскәүҙә урынлашҡан «Билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара федерация»-ның (IBWA) Физкультура-спорт ижтимағи берләшмәләре ассоциацияһы булдырыла.
Билбаулы көрәш Олимпия спорт төрҙәренә ҡарамаған донъя селтәренә рәсми индерелгән, уны ЮНЕСКО ойошмаһы ла хуплай. Был мауыҡтырғас спорт төрө буйынса йыл һайын Донъя, евразия һәм Европа чемпионаттары үтә. Рәсәй дәүләт физик культура университетында билбаулы көрәш буйынса бүлексә булдырылған, ул йыл һайын дипломлы тренерҙар сығара. билбаулы көрәш 2013 йылда Ҡазанда үткән Унивесиада һәм 2017 йылда Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән Хәрби сәнғәт буйынса ябыҡ бинала үткән Азия уйындары программаһына индерелә.
Билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара федерация ойошторолғандан алып 4 Европа чемпионаты, 22 — донъя чемпионаты, 22 — донъя беренселеге, 10 донъя кубогы үткәрелә[2].
Донъя чемпионаттары
- 2002, Ош, Ҡырғыҙстан, I
- 2003, Тәһран, Иран, II
- 2004, Истанбул, Төркиә, III
- 2005, Ҡазан, Рәсәй, IV
- 2006, Алматы, Ҡаҙағстан, V
- 2007, Өфө, Рәсәй, VI
- 2008, Ломе, Того, VII[3]
- 2009, Ташкент, Үзбәкстан, VIII[4]
- 2011, Бишкәк, Ҡырғыҙстан, IX
- 2012, Астана, Ҡаҙағстан, X
- 2013, Салауат, Рәсәй, XI
- 2014, Ашхабад, Төркмәнстан, XII
- 2015, Ҡазан, Рәсәй, XIII
- 2016, Яр Саллы, Рәсәй, XIV
- 2017, Астана, Ҡаҙағстан, XV
- 2018, Ҡазан, Рәсәй, XVI[5]
- 2019, Ҡазан, Рәсәй, XVII[6]
- 2020, Ҡазан, Рәсәй, XVIII[7]
- 2020, Ҡазан, Рәсәй, XIX[8]
- 2022, Наманган, Үзбәкстан, XIX
- 2023, Астана, Ҡаҙағстан, XXI
- 2024, Ҡазан, Рәсәй, XXII[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История развития борьбы на поясах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025. Архивировано из оригинала 3 июнь 2015 года.
- ↑ История борьбы на поясах. Международная федерация борьбы на поясах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ Чемпионат мира по борьбе на поясах 2008, Ломе, Того 18-22.11. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025. Архивировано 25 декабрь 2019 года.
- ↑ Чемпионат мира по борьбе на поясах 2009. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025. Архивировано 6 ноябрь 2019 года.
- ↑ Артур Зулькарнаев стал победителем XVI Чемпионата мира по борьбе на поясах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ Калмыцкие борцы стали чемпионами мира по борьбе на поясах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ Положение о проведении XVIII Чемпионата мира по борьбе на поясах. ibwa-w.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ Положение о проведении соревнований XIX Чемпионат мира по борьбе на поясах. ibwa-w.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.
- ↑ Соревнования. ibwa-w.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2025.