Мас-рестлинг

Мас-рестлинг буйынса 2014 йылғы Рәсәй чемпионаты

Мас-ре́стлинг (саха мас тардыhыы, таяҡ тартыу) — Яҡутстанда, Башҡортостанда ғәҙәти таяҡ тартыу уйынынан барлыҡҡа килгән милли спорт төрө[1]. «Мас» яҡут теленән тәржемә иткәндә «ағас, таяҡ», «рестлинг» — инглизсәнән — «көрәш» тигәнде аңлата.

Тарихы

Таяҡ тартыу моряктар араһында киң таралған мауығыу була, шуға күрә мас-рестлингтың төрҙәрен Аляскала һәм Төньяҡ Европала осратырға мөмкин. Уйын был төбәктәрҙә бигерәк тә XIX быуатта тарала[2].

Тасуирламаһы

Мас-рестлинг ярыштарында ҡатнашыусылар бер-береһенә ҡаршы, ярыш майҙанын бүлеп торған таҡтаға аяҡтарын терәп ултыра һәм ағас таяҡты (мас) таҡтаға параллель рәүештә тотоп, үҙ яғына тартырға тейеш. Мас-рестлинг ҡулдың, аяҡтың, арҡаның һәм эс мускулдарының көслө булыуын талап итә. Ярыш ике йәки өс раундта бер ҡатнашыусының ике тапҡыр еңеүенә тиклем дауам итә. Еңеү иҫәпләнһен өсөн ҡатнашыусыларҙың береһе дәғүәсеһен үҙ яғына тартып сығарырға йәки уныһы таяҡты ҡулынан ысҡындырырға тейеш[3][4].

Башҡортостанда

undefined

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башҡорт героик эпостары, халыҡ уйындарын этнографик йәһәттән тикшереп, уларҙы «башҡорт күпалышы», йәғни милли спорт төрҙәрен берләштергән «Бәйге» уйынына берләштерә. Уға барлығы 20 төр инә, әммә ете төр, шул иҫәптән таяҡ тартыу (мас-рестлинг) нигеҙ булып тора[5]. Һабантуйҙарҙа, башҡа сараларҙа таяҡ тартыу — иң популяр һәм тиҙ үҫешеүсе милли спорт төрө. 2023 йылда уҙған «Башҡорт аты» фестивалендә таяҡ тартыу ярышында еңеүсегә башҡорт аты бирелә[6].

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә