Башҡорт аты (фестиваль)
«Башҡорт аты» фестивале рус. Фестиваль «Башкирская лошадь» — халыҡ-ара кимәлдә үткәрелә торған башҡорт тоҡомло аттар фестивале. Башҡортостан Республикаһында йыл һайын ойошторола торған был сара башҡорт халҡының милли традицияларын, йылҡасылыҡ кәсебен, ҡымыҙсылыҡ һәм халыҡ кәсептәрен һаҡлау, үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Фестивалдең төп маҡсаты — башҡорт атының генофондын һаҡлау, популярлаштырыу һәм аттар һанын арттырыу.
Тарихы
Фестивалде ойоштороу 2022 йылдан башлап Баймаҡ районының Граф күле буйында үтә. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәрҙе. 2023 йылда сара халыҡ-ара статус алды. Фестивалдә Рәсәй төбәктәренән һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Белоруссия, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша[1].
2023 йылда фестивалдә 1000-гә яҡын ат, 500 һыбайлы һәм 20 000 тамашасы ҡатнашты. Егетлек (рус.)баш., «Ылаҡ», көрәш, йүгереү, уҡ атыу кеүек милли спорт ярыштарында еңеүселәргә аттар, машиналар, аҡсалата бүләктәр бирелде. Сәнғәт һәм кәсепселек буйынса 100-ҙән ашыу оҫта ҡатнашты. Фестиваль концертына 300-ҙән ашыу артист йәлеп ителде[2].
Фестиваль программаһы
- Ауыл хужалығы күргәҙмәһе: ҡымыҙ, йылҡы ите продукцияһы, ҡымыҙсылар конкурсы — «Кумысфест».
- «Оҫталар ҡалаһы»: халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре, шор, ҡойоу, һунар һәм хәрби кәрәк-яраҡ күргәҙмәһе.
- Ижади блок: театрлаштырылған тамашалар, концерттар, этнографик майҙансыҡтар, арт-пленэр.
- Спорт ярыштары: милли көрәш, «Бәйге», мас-рестлинг, арҡан тартыу, уҡтан атыу, «Ылаҡ» уйыны, джигитовка һәм башҡалар[3].
Әһәмиәте
Фестивалдең иң күркәм күренештәренең береһе — йөҙҙәрсә һыбайлы ҡатнашлығындағы ат парады. Шулай уҡ сара сиктәрендә республика фәнни-ғәмәли конференциялары, башҡорт атының генофондын яҡлау буйынса һөйләшеүҙәр, йәштәр араһында джигитовка йүнәлешен үҫтереү проекттары ойошторола.
2023 йылда «Башҡорт аты» брендына патент алынды. Хәҙер был атама аҫтында бары тик Башҡортостанда үҫтерелгән аттар ғына теркәлә ала. Роспатент башлығы Юрий Зубов (рус.)баш. рәсми таныҡлыҡты фестивалдә Радий Хәбировҡа тапшырырҙы.
Фестивалдә ҡулланма сәнғәт оҫталары, рәссамдар, халыҡ ижады белгестәре, этнографтар, йылҡысылар һәм спортсылар ҡатнаша. Ярыштарҙа еңеүселәргә башҡорт аты, аҡса приздары, автомобилдәр тапшырыла.
«Башҡорт аты» фестивале — ул тарих, традиция, спорт һәм сәнғәт берлегенең сағыу сағылышы. Ул башҡорт халҡының атҡа булған ихтирамын, тоғролоғон, рухи бәйләнешен күрһәтеүсе сара ғына түгел, ә республика өсөн стратегик әһәмиәтле милли брендты донъя кимәлендә танытыу сараһы ла булып тора[2].
Ойоштороусылар
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте;
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы;
- Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы;
- Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы;
- Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы;
- Баймаҡ районы хакимиәте;
- «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге;
- «Мәргән уҡсы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма;
- Башҡортостан Республикаһында башҡорт тоҡомло аттарын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса «Ирәндек» хәйриә фонды[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ “Башҡорт аты” законлаштырылды, ә фестивале халыҡ-ара статус алды (башҡ.). ГТРК «Башкортостан» (15 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
- ↑ 1 2 Радий Хабиров наградил победителей спортивных турниров фестиваля «Башҡорт аты». Глава Республики Башкортостан (12 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
- ↑ Кәримә Усманова. "Башҡорт аты" фестиваленә килегеҙ! (башҡ.) (6 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
- ↑ Завершился первый день фестиваля лошадей башкирской породы “Башҡорт аты”. Культурный мир Башкортостан (29 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
Һылтанмалар
- Альфия Аглиуллина. Башкирия на коне: 10 любопытных фактов о республиканском фестивале «Башҡорт аты». Башинформ (1 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025.
- Международный фестиваль лошадей башкирской породы «Башкорт аты». Официальный сайт фестиваля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.