На Рахате (фестиваль)
«Рәхәттә» халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале (рус. Международный фестиваль здоровья и туризма «На Рахате») — Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһында йыл һайын уҙғарылған мәҙәни һәм спорт сараһы. Ул мунса ялы традицияларына һәм туризмды үҫтереүгә арналған. Фестиваль эксперттарҙы, мунса ялын яратыусыларҙы, туристарҙы, шулай уҡ һаулыҡ һәм һауыҡтырыу индустрияһы белгестәрен берләштерә[1].
Тарихы
Беренсе халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале 2022 йылда Өфөлә, ҡала ситендәге «Фазенда» клубында уҙғарыла. Шул ваҡыттан алып ул йыл һайын үткәрелә һәм Рәсәйҙә мунса ялы традицияларын популярлаштырыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән мөһим майҙансыҡҡа әйләнгән. Сара фәнни дискуссияларҙы, күргәҙмәләрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен һәм мунса ялы оҫталығы буйынса спорт ярыштарын үҙ эсенә ала.
Атамаһының аңлатмаһы
«На Рахате» һүҙбәйләнешенең тамырҙары төрки телдәрендә. Рус телендә нығынып ҡулланылғандың турана-тура тәржемәһе «рәхәттә». Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа шулай уҡ уның башҡа телдәргә тәржемәһенең «ял» һәм «тыныслыҡ» тигән варианттары ла бирелә. Был һүҙбәйләнеш Көнсығыш мәҙәниәтендә киң таралған, унда ваҡыттан ләззәт алыу һәм үҙ-үҙең менән гармония табыу һәләте — тормоштоң мөһим өлөшө булып һанала. Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестиваленә нәҡ ошонан сығып «На Рахате» тигән исем бирелгән.
Фестиваль 2025 йылда
Дискуссия, ғилми һәм күргәҙмә майҙансығы быйылғы 2025 йылда Өфө ҡалаһының Һупайлы биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында (Маршал Жуков урамы, 31) 26—27 июлдә үтәсәк[1].
Саралар
Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале мунса ялы мәҙәниәтенә арналған. Ул мунсала коллектив парҙа ултырыу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы һәм мунса оҫталығы буйынса Волга буйы федераль округының һайлап алыу этабы менән берләштерелгән. Буласаҡ фестивалдә ҡунаҡтар шулай уҡ #ЖОГОВОНАРАХАТЕ халыҡ чемпионатын ҡараясаҡ. Бай шоу-программа, төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнә. Килеүселәргә шулай уҡ массаж зонаһы, һыу аттракциондары, гастрофестиваль, спорт ярыштары, күбекле кисә тәҡдим ителәсәк. Башҡортостан Республикаһының күренекле артистарынан мәҙәни-күңел асыу программаһы көтөлә[1].
Фестиваль локациялары
Мунса ҡаласығы
Бөтә Рәсәйҙән мобиль мунсалар, мейестәр, һауыттар һәм ҡойоу ҡоролмалары эшләүсе алдынғы етештереүселәрҙең 30-ҙан ашыу мунса экспозицияһынан торған комплекс буласаҡ. Теләгән һәр кем етештереүселәр менән таныша, консультация ала, рус мунсаһының уникаль мөмкинлектәре, мунса технологияларының төрлөлөгө, мунсаның шәхси һәм коммерция комплекстарын төҙөү тураһында белә ала[1].
Һауа тултырылған сатырҙағы мунса
Мунса ҡаласығының үҙәге — асыҡ иркен майҙансыҡтағы дүрт һауа тултырылған йәмәғәт мунсаһы буласаҡ. Уларҙың һәр береһенең айырым функциялары бар. башҡара, мәҫәлән, Ҙур йәмәғәт мунсалары парҙа коллектив ултырыу өсөн тәғәйенләнгән, унда Бөтә Рәсәйҙән саҡырылған пармастерҙар төрлө маҡсатлы аудитория өсөн автор шоу-программалары үткәрәсәк. Урта мунса парға айырым инеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре өсөн тәғәйенләнгән[1].
Сәхнә майҙансығы
Фестивалдә сағыу мәҙәни-күңел асыу программаһы — мунса оҫталығы буйынса чемпионаттар еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы, ҡунаҡтар өсөн уйындар һәм конкурстар, популяр артистарҙың сығыштары, дискотека планлаштырыла[1].
Оҫталар йәрминкәһе
Оҫталарҙың сағыу йәрминкәһе Башҡортостандың ҡунаҡсыллыҡ мөхитен сағылдырасаҡ, унда мунса өсөн аксессуарҙар, шулай уҡ ҡунаҡтарға үҙҙәре һәм туғандары өсөн бүләктәр һатып аласаҡ[1].
Мунса оҫталығы буйынса ярыштар
26 июлдә мунса парында коллектив булыу буйынса Рәсәй чемпионатының күләмле финалы үтә. Унда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Свердловск, Силәбе, Төмән, Һамар өлкәләре һәм Татарстан Республикаһының һайлап алыу этаптарында еңеүселәр ҡатнаша[1].
27 июлдә мунса оҫталығы буйынса Волга буйы федераль округының ябыҡ һайлап алыу чемпионаты була, унда Башҡортостан, Татарстан һәм Удмурт Республикалары, Һарытау, Һамар һәм Киров өлкәләрендәге һайлап алыу төбәк чемпионаттары финалсылары ҡатнаша. Еңеүсе Рәсәй финалына — 22—24 августа Суздаль ҡалаһында үтәсәк «Русь Банная» чемпионатына юллана. Шулай уҡ 27 июлдә мунса оҫталығы буйынса #ЖОГОВОНАРАХАТЕ халыҡ чемпионатының һайлап алыу этабы үтәсәк, унда һигеҙ профессиональ пар мастеры Иң яҡшы мастер исеме һәм чемпионат финалында урын өсөн көрәшәсәк[1].
Һыу аттракционы
Мунса ҡаласығы территорияһында ойоштороусы компаниялар фестиваль өсөн махсус эшләгән уникаль һыу аттракциондары ҡуйыласаҡ[1].
Массаж зонаһы
Бындағы сараларға массажсылар һәм һәм матурлыҡ салондарының СПА-белгестәре йәлеп ителгән, уларға ҡабул итеүгә йәки оҫталыҡ дәресенә яҙылырға мөмкин[1].
Гастрофестиваль
Был ваҡиға тәмле ризыҡ һәм эсемлек яратыусылар өсөн онотолмаҫлыҡ буласаҡ. Ҡунаҡтар төрлө тәм-томдан, башҡорт аш-һыуын һәм башҡа милләт ризыҡтарын ауыҙ итә аласаҡ. «ГастроРахат» гастрономия фестивале ике көн дауамында милли эсемлектәр эшләү, үҙенсәлекле ризыҡтарҙан ауыҙ итеү буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре, йәнле музыка һәм бүләктәр уйнатыу менән күңелле конкурстар тәҡдим итә[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
• Международный фестиваль здоровья и туризма «На Рахате». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2025);
• Мобильное приложение «Кавёр», Уфа. Международный фестиваль здоровья и туризма. Банный фестиваль «На Рахате» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2025);
• Фестиваль «На Рахате»|Уфа 26—27 июля 2025. Страница фестиваля в ВК (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2025);