Китап-Байрам (халыҡ-ара китап йәрминкәһе)
Китап-Байрам (рус. Международная книжная ярмарка «Китап-Байрам») — 2023 йылдан башлап Башҡортостанда уҙғарылған халыҡ-ара китап йәрминкәһе һәм ҙур мәҙәни-фестиваль сараһы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хуплауы менән, республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ҡатнашлығында ойошторола. Сара, Мәскәүҙәге «Красная площадь» китап йәрминкәһе өлгөһөндә, Өфө ҡалаһының Совет майҙанында үтә һәм бер нисә көн дауамында әҙәбиәт, сәнғәт һәм нәшриәт эшмәкәрлеген берләштергән киң күләмле программа тәҡдим итә[1].
Маҡсаты:әҙәбиәт донъяһындағы донъя авторҙарына, нәшриәттәренә, китап магазиндарына һәм уҡыусыларына тәжрибә уртаҡлашырға һәм китаптарҙы таратыу өсөн яңы мөмкинлектәр табырға.
Йәрминкә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың төп мәҙәни ваҡиғаларының береһенә әүерелде: унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусы йыйыла, ә ҡунаҡтар һаны тиҫтәләгән меңдәргә етә. Сара сиктәрендә ижади осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, әҙәби уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм китап күргәҙмә-һатыуҙары уҙғарыла.
Тарихы
2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика яҙыусыларының халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәреү инициативаһын хуплауы һөҙөмтәһендә «Китап-Байрам» барлыҡҡа килә. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге сығыш яһай. 2024 йылдан, Башҡортостан Башлығы Указы менән йыл һайын Өфөнөң тарихи үҙәгендә — Совет майҙанында май һуңында, июнь башында уҙғарыла[1].
- 2023 йыл
26-28 майҙа үткән байрамда барлығы Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 6 илдән 206 китап баҫтырыу һәм китап һатыу ойошмаһы ҡатнаша. Барлығы 72 мең дана китап һатыла[2]. Мөһим ваҡиға булып Усман Ҡөрьәненең күсермәһен тапшырыу була. Изге китаптың боронғо, өсөнсө хәлиф Усман ҡаны менән яҙылған боронғо ҡулъяҙма XX быуат башында Өфөлә һаҡлана, 1923 йылда Төркөстан Республикаһы үтенесе буйынса Ташкентҡа күсерелә. 100 йылдан һуң баҫма кире Башҡортостанға ҡайтарылып, Милли музейға ваҡытлыса һаҡлауға тапшырыла.
Сара барышында «Башҡортостандың сигелгән картаһы» проектының исем туйы үтә. Республиканың 54 районы символын 25 район һәм Өфө оҫталары сиккән. шулай уҡ Сәсәндәрҙең Бөтә Рәсәй фестивале лә сағыу ваҡиға була. Унда Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Дағстан, Саха, Алтай республикаларынан, Мәскәүҙән, Ҡытайҙан, Малайзиянан, Үзбәкстандан, Башҡортостан республикаларынан һүҙ оҫталары ҡатнаша.
Йәрминкә барышында Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, «Китап» нәшриәте Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандағы коллегалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөй[1].
- 2024 йыл
Сара 24-26 майҙа үтә. Унда Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 7 илдән (Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Иран) 233 нәшриәт һәм китап сауҙаһы ойошмаһы ҡатнаша. Калуга һәм Боровский митрополиты, Мәскәү патриархаты нәшриәт советы рәйесе, тарих фәндәре докторы, Калуга дәүләт университеты профессоры Клемент Остромир Евангелиеһының (рус.)баш. факсимиль күсермәһен — боронғо славян яҙмаһы ҡомартҡыһын республика Башлығына тапшыра. Реликвия һаҡлауға Башҡортостандың Милли музейына тапшырыла.
Сара барышында Рәсәй Яҙыусылар берлегенең күсмә пленумы үтә. Унда Мордовия, Саха, Дағстан, Ингушетия, Чечня, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Карелия, Сыуашстан, Удмуртстан, Ҡарасай-Черкес вәкиләдәре ҡатнаша. Башҡортостан Башлығына «Губернатор литературной России» тигән почётлы исем бирелә. Шулай уҡ «Китап» нәшриәте ойошторолоуҙың 105 йыллығы ла билдәләнә[3].
- 2025 йыл
Байрам 30 майҙан 1 июнгә тиклем планлаштырыла. 2025 йылда сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ростов, Киров, Мурманск, Һамар, Волгоград, Һарытау, Свердловск, Нижегородка, Силәбе өлкәләренән, Сыуашстан, Удмуртстан, Коми, Татарстан, Дағстан, Марий Эл, Саха (Яҡут), Хакас, Мордовия республикаларынан 100-ҙән ашыу, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Ирандан нәшриәт продукциялары ҡатнаша[4]. Сараның беренсе көнө «Ҡаһарманлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында үтә һәм ул Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға, икенсе көн классик әҙәбиәткә бағышлана.
Өсөнсө — балаларҙы яҡлау көнөндә үткән саралар «Киләсәк тураһында һүҙ» девизы аҫтында барасаҡ, шулай уҡ XIII «Читай! Умей! Живи ярко!» фестивале планлаштырылған[5].
Йола буйынса, йыл һайын Башҡортостан музейҙарына боронғо яҙма ҡомартҡылар һаҡлауға тапшырыла. 2025 йылдың төп китабы — «Урал батыр» эпосының 2014 йылда баҫтырылған факсимиль күсермәһе була[6].
Ҡаҙаныштары
«Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойоштороған һәм уҙғарған өсөн «Иң уҡыусы төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсының ойоштороу комитеты ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусы бирелә[7].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Лейла Аралбаева. В Уфе прошел «Китап-байрам»: 10 интересных фактов о книжной ярмарке. ИА "Башинформ" (30 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
- ↑ III Международная книжная ярмарка "Китап-байрам" открылась в Уфе. Интерфакс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ Лейла Аралбаева. 10 самых ярких событий второй книжной ярмарки «Китап-байрам» (27 май 2024). (Тикшерелеү көнө: 23 май 2025)
- ↑ Лейла Аралбаева. Тонны книг, сотни издателей, звездные гости: в Уфе стартовал «Китап-Байрам». 30-05-2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2025.
- ↑ Гульфия Акулова. «Китап-Байрам» в разы превосходит Московскую книжную ярмарку – организаторы (20 май 2025). (Тикшерелеү көнө: 23 май 2025)
- ↑ Азат Гиззатуллин. Главной книгой международной ярмарки «Китап-Байрам» стал эпос «Урал-батыр». 30-05-2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2025.
- ↑ Уфа ожидает два масштабных культурных события: «Китап-Байрам» и «Айда играть». Красный ключ.НурИман (23 май 2025). (Тикшерелеү көнө: 23 май 2025)
Һылтанмалар
- Лейла Аралбаева. В Уфе прошел «Китап-байрам»: 10 интересных фактов о книжной ярмарке. ИА "Башинформ" (30 май 2023). (Тикшерелеү көнө: 23 май 2025)
- Лейла Аралбаева. 10 самых ярких событий второй книжной ярмарки «Китап-байрам» (27 май 2024). (Тикшерелеү көнө: 23 май 2025)
- Гульфия Акулова. «Китап-Байрам» в разы превосходит Московскую книжную ярмарку – организаторы (20 май 2025). (Тикшерелеү көнө: 23 май 2025)