Дәрүиш Рухы +

«Дәрүиш Рухы +» — башҡорт рок фестивале.

Тарихы

Башҡорт рогына уҙған быуаттың 90-сы йылдарында «Дәрүиш» (ойоштороусыһы — Альберт Ғәббәсов) һәм «Рух» (ойоштороусыһы — Ғәзинур Биктимеров) төркөмдәре нигеҙ һала[1]. 2024 йылдың 28 ноябрендә Өфө ҡалаһының Көрәш һарайында Башҡортостандағы рок хәрәкәтенең 30 йыллығына арналған беренсе республика «Дәрүиш Рухы +» рок-фестивале ойошторола.

Сарала бер сәхнәлә башҡорт рогына нигеҙ һалыусылар менән заман музыканттары: легендар башҡорт рок-төркөмдәре «Дәрүиш-Хан» һәм «Рух», ҡаҙаҡ этно-рок төркөмө «Улотау», Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Elvin Grey бергә сығыш яһай[2].

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указ менән башҡорт рок төркөмдәре «Дәрүиш-Хан» һәм «Рух» лидерҙары Дим Мәннән менән Ғазинур Биктимеровҡа үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелә[3].

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң хәҙерге лидеры Альберт Ғәббәсовҡа, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме төркөм музыканты Ринат Зариповҡа бирелә. «Рух» рок-төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаров менән Хәйбулла районының Маҡан ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Захаров Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була[3].

Фестивалдә шулай уҡ заман төркөмдәре — «Ҡараташ», «Проект 102», «Бүреләр», «Бишбармаҡ» һәм башҡалар ҡатнаша.

Фекер

Рок-фестивале Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы ойошторола.

«Бер сәхнәлә — заманса төркөмдәр һәм башҡорт рокаһының легендалары — „Дәрүишхан“, „Рух“, „Ҡышҡы йәйғор“ сығыш яһай. Фестиваль уҙған Көрәш һарайы был көндәрҙә, ысынлап та, киң күләмле ваҡиғалар үҙәгенә әүерелде. Көрәш һарайы спорт саралары өсөн генә түгел, ә мәҙәни һәм эшлекле саралар ҙа уҙғарыу мөмкинлеге булған ҙур комплекс», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә концерттан һуң[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • «Бөйөк дала» (рок-фестивале)

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә