Бүреләр (рок төркөмө)

Бүреләр (рус. Бурелэр (рок-группа)) — башҡорт телендә үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусы рок-төркөмө. Коллектив башҡорт телендәге рок музыкаһын үҫтереүсе һәм халыҡ музыкаһы элементтарын заманса рок мәҙәниәте менән берләштерә.

Тарихы

Барлыҡҡа килеүе һәм тәүге йылдары

«Бүреләр» рок төркөмө 2004 йылда ойошторола. Төркөмгә нигеҙ һалыусы Ильшат ул ваҡытта авиация университетында белем ала. Уның һүҙҙәренсә, ул дуҫы Рафаэль Ғәйнуллин менән яҡташтары концертына эләгә, унда Тимур Вәлитов һәм Фәнзил Әҙелбаев ҡатнашлығындағы ZinDan төркөмө сығыш яһаған. Был концерт йәш музыканттарҙы күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырырға илһамландырған. Һөҙөмтәлә улар «Бүреләр» төркөмөн ойоштора, ә бер айҙан һуң тәүге концерттарын ҡуя[1]. Ижадтарында халыҡ музыкаһы элементтарын заманса рок мәҙәниәте менән аралаштырып, «Бүреләр» башҡорт рок музыкаһын популярлаштырыуға өлөш индерҙе. Музыканттар үҙҙәренең тәүге альбомын сығарған, тиҙҙән икенсеһен яҙҙырыу тамамланасаҡ тип хәбәр ителгән. Төркөм республика буйлап, Мәскәүҙә, Силәбелә концерттар менән күп тапҡыр сығыш яһаны, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашты.

«Башҡортостан» киностудияһының «Минең йондоҙом» фильмында һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Артур+Нэнси» спектаклендә улар ижад иткән музыка яңғырай. «Бүреләр» төркөмө композитор Рим Хәсәнов яҙған «Әҡлимә» йырын башҡарып, интернетта танылыу яуланы[2].

«Юлдар» альбомы

Өфөлә 2017 йылдың 28 ноябрендә төркөм «Юлдар» исемле яңы альбомы менән таныштырҙы. Баш ҡаланың «Music Hall 27» клубында коллективтың ижадын үҙ иткән 400-ҙән ашыу кеше йыйылды. Проект краудфандинг (рус.)баш. ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Альбомдың бер өлөшө Мәскәүҙә, икенсеһе Өфөлә яҙылған. Альбомға һигеҙ яңы йыр ингән. Уның авторы — коллектив солисы Илшат Абдуллин. Исем туйының ҡунаҡтары ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм төркөмдөң элекке ағзалары булды, улар яңы состав менән ҡайһы бер композицияларҙы башҡарҙы.

Альбомдың бер өлөшө Мәскәүҙә, икенсеһе Өфөлә яҙылды. Мәскәү яҙмаһында гитара, бас-гитарала Владимир Корниенко (Корней) («Земфира» төркөмдәре, Найк Борзов), барабандарҙа Андрей Шатуновский («Динамик», «Коррозия металла», «Мастер», «Моральный кодекс» төркөмдәре) ҡатнашты.

«Альбом яңғырашы яғынан бик асыҡ килеп сыҡты. Ул «өлкәндәрсә», яҡшы профессиональ кимәлдә эшләнгән», — тип билдәләне төркөмдөң продюсеры һәм аранжировкалаусыһы Булат Әминев. Ул шулай уҡ төркөмдә яңырыу булыуын хәбәр итте: хәҙер барабанда Руслан Мөхәмәҙиев уйнай, концертта гитарала Антон Антонов уйнаны[3].

Симфоник оркестр менән эксперимент

2018 йылдың 29 октябрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Бүреләр» башҡорт рок музыкаһы төркөмө симфоник оркестр менән сығыш яһаны. Башҡорт музыканттары ошондай проектты тәүгә ғәмәлгә ашырҙы һәм башҡорт рок музыкаһы тарихында беренсе концерт булды.

Концертта 16 композиция яңғыраны. Башҡорт рок музыкаһы хиттарын Өфө композиторҙары — Марат Татурас (Фәйзуллин), Шәүрә Сәғитова, Светлана Гребенкина оркестрға һалды. Төркөм фанаттары яңы симфоник биҙәлештә яратҡан хиттарын — «Билет», «Минең йондоҙом» (Таңсулпан Бураҡаева фильмынан), «Һинең күҙҙәрең» һәм башҡа йырҙарҙы тыңланы. Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» шиғри мөрәжәғәте нигеҙендә яҙылған йыр, Артур Ғайсаровтың ҡурай тембры менән башҡарылды. Илшат Абдуллин концертҡа әҙерләнгәндә өс аҙна дауамында Өфө сәнғәт институты профессоры Иҙрис Ғәзиевтан вокал дәресе алыуын һөйләне. Рим Хәсәновтың «Мәңгелек мөхәббәт» йырын уҡытыусы һәм уҡыусы ата-әсәләргә бағышлап, уны бергәләп башҡарҙылар.

Концертта Линар Дәүләтбаев идаралығында Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестры музыканттары ҡатнашты. Башҡорт рок музыкаһының ике сәғәтлек концерты Рим Хәсәновтың заманса аранжировкала эшләнгән «Әҡлимә» йыры менән тамамланды.[4].

Хәйриә һәм ижтимағи эшмәкәрлеге

2023 йылдың апрелендә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар конвой менән барҙы.

Йөрөп ҡайтҡас, хәйриә концерты ойоштороу ниәте тыуҙы. «Егеттәребеҙгә афарин, танауҙарын төшөрмәйҙәр. Яугирҙәребеҙ бөтә нәмә менән дә тәьмин ителгән, әлбиттә, шулай ҙа һәр даим кәрәккән мөһим әйберҙәр бар – медицина кәрәк-ярағы һәм башҡалар. Хәҙер шундай ваҡыт тыуҙы: беребеҙ ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Егеттәребеҙгә ярҙам итеү – һәр кемдең бурысы», – тине төркөм етәксеһе Илшат Абдуллин[5].

20 йыллығы һәм хор капеллаһы менән проект

2026 йылда төркөм үҙенең 20 йыллығын билдәләне. 2026 йылдың 22 апрелендә бирелгән мәғлүмәт буйынса, Өфөлә «Бүреләр» рок-төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концертын үткәрҙе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында, Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡорт дәүләт академия хор капеллаһы менән берлектә, башҡорт рогы энергияһы һәм академик хор бөйөклөгө тәүге тапҡыр бер сәхнәлә осрашты. Был проектта башҡорт рокы һәм академик хор музыкаһы бергә яңғыраны; концерт республика матбуғатында киң яҡтыртылды.

2026 йылға ҡарата төркөмдөң ижади иҫәбендә өс альбом, республикала һәм унан ситтә фестивалдәр һәм концерттар, фильмдарға һәм спектаклдәргә саундтректар, симфоник оркестр менән концерт бар[6].

Музыкаль стиле һәм ҡараштары

Төркөм ижады башҡорт халыҡ көйҙәре менән заманса рок, фолк-рок һәм альтернатив рокты ҡушып яһала. Йырҙар башҡорт телендә башҡарыла.

«Мәңгегә» йыры төркөмгә киң танылыу һәм популярлыҡ килтергән әҫәрҙәрҙең береһе булып тора. Шулай уҡ йырсы Зарина Вилданова менән башҡарылған дуэттар, шул иҫәптән башҡорт-татар телдәрендә яҙылған «Аҡ ҡалфаҡ» йыры ла киң билдәле.

Төркөм солисы Илшат Абдуллин билдәләүенсә: «Музыканың милләте юҡ! Музыка берләштерә!» Уның һүҙҙәренсә, «Бүреләр» төркөмөндә милләттәр дуҫлығы хөкөм һөрә — коллективта башҡорт, урыҫ, татар, мари, украин милләттәре вәкилдәре бергә эшләй, бер ниндәй ҙә көсөргәнешһеҙ башҡортса рок йырлай. Төркөм Ҡазанда «Мин татарча сөйләшәм», «ТатКультФест» фестивалдәрендә ҡатнашҡан һәм татар тамашасыһы алдында шәхси концерттар менән сығыш яһаны. «Мин татарча сөйләшәм» акцияһында тәүге сығышы 2018 йылда булды һәм акция тарихында беренсе тапҡыр башҡорт телендә рок-йыр башҡарылды; бынан тыш, Татар-информ «Бүреләр» төркөмөнөң Ҡазандаҫы концертын онлайн-трансляцияланы[7].

Составы

Хәҙерге составы (2026 йылға торошло)

  • Илшат Абдуллин — вокал, төркөм етәксеһе, йырҙар авторы;
  • Денис Ибраһимов — бас-гитарист;
  • Олег Перепёлкин — гитара;
  • Максим Осадчий — бас-гитара;
  • Семён Конторщиков — һуҡма инструменттар.

Элекке ағзалары һәм сессия музыканттары

  • Руслан Мөхәмәҙиев — һуҡма ҡоралдар;
  • Антон Антонов — гитара;
  • Булат Әминев — продюсер, аранжировка;
  • Владимир Корниенко (Корней) — гитара, бас (Мәскәү сессияһы);
  • Андрей Шатуновский — һуҡма ҡоралдар (Мәскәү сессияһы).

Дискографияһы

  • «Минең йондоҙом» (2008);
  • «Юлдар» (2017);
Синглдар
  • «Башҡорттарым» (2004);
  • «Дуҫтар» (2007);
  • «Әҡлимә» (ремикс) (2009);
  • «Бүреләр (2008 remastered)» (2024) — элекке тректарға ремастеринг;
  • «Мәңгелек мөхәббәт» мини-альбомы (2021). 

Видеографияһы

Төркөмдөң видеоклиптары Turkish Music Box халыҡ-ара телеканалында ротацияла булған.

Театрҙа һәм кинола

  • «Минең йондоҙом» — «Башҡортостан» киностудияһы фильмы (саундтрек);
  • «Артур+Нэнси» — М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектакле (музыкаль биҙәлеш).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ «Жизнь, как игра на гитаре». Солист группы «Бурелэр» о себе и о творчестве. АиФ. Уфа (20 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2026.
  2. ↑ «Бүреләр» рок төркөмө үҙенең концертына саҡыра (башҡ.). Башинформ (18 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  3. ↑ Өфөлә «Бүреләр» төркөмө «Юлдар» исемле яңы альбомы менән таныштырҙы (башҡ.). Башинформ (28 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  4. ↑ Өфөлә «Бүреләр» төркөмө башҡорт рок музыкаһы тарихында яңы битте асты (башҡ.). Башинформ (29 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  5. ↑ “Бүреләр” рок-төркөмө яугирҙәребеҙгә ярҙам ойоштора - хәйриә концертына саҡыра (башҡ.). Тамаша (13 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  6. ↑ Өфөлә «Бүреләр» төркөмөнөң Хор капеллаһы менән берлектәге тәүге концерты була (башҡ.). Башинформ (22 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2026.
  7. ↑ «Бүреләр» башкорт рок төркеме: Татар белән башкорт бер-берсен хөрмәт итеп яшәргә тиеш. Татинформ (2 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2026.

Тема буйынса өҫтәмә