Ғәзиев Иҙрис Мөҙәрис улы

Ғәзиев Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев (рус. Газиев Идрис Мударисович; 1960 йылдың 21 апреле, Ҡорманай, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй йырсыһы, Башҡортостандың (1993) һәм Татарстандың (2002) халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999). Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009), вокал сәнғәте кафедраһы профессоры (2013).

Биографияһы

Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев 1960 йылдың 21 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында тыуған. Өфөнөң 2-се музыкаль-педагогия училищеһында уҡыған (уҡытыусыһы Лилиә Кәримова).

1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (М. Ғ. Мортазина класы) «Концерт-камера йырсыһы, уҡытыусы» һөнәре буйынса, 1996 йылда — Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан әҙерләү институтын (Мәскәү, Н. И. Кузнецов курсы) «музыкаль театр режиссеры» һөнәре буйынса тамамлай.

1986—2010 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы була.

2009 йылда Ҡазанда «Волга-урал мосолмандарының вокаль мәҙәниәтендә профессионализмдың формалашыуы һәм үҫеше» (рус.)баш. сәнғәт фәндәре кандидаты исеменә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

2001 йылдан бирле Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал сәнғәте, эстрада джаз башҡарыусылары һәм тауыш режиссерҙары кафедраһында вокал сәнғәте кафедраһы профессоры булып эшләй.

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы Иҙрис Ғәзиевтың 14 компакт-дискыһы, «Иҙрис Ғәзиев йырлай» видеокассетаһы сыға.

2020 йылда Иҙрис Ғәзиев татар композиторҙары әҫәрҙәренән һәм халыҡ йырҙарынан торған яңғыҙ башҡарған программалары өсөн Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды[2].

2023 йылда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә (рус.)баш. тауыш ҡуйыуҙа ҡатнаша[3].

Сәнғәт эшмәкәре рәсәй һәм халыҡ-ара мәҙәни проекттарҙа ҡатнаша, халыҡ йырҙарын популярлаштырыуға булышлыҡ итә һәм йәш башҡарыусыларға ярҙам күрһәтә[4].

Вокал партиялары

Иҙрис Ғәзиев башҡарған әҫәрҙәргә сит ил (Г. Ф. Гендель, К. Дебюсси, Д. Каччини, Ф. Шуберт, Р. Шуман), үҙебеҙҙең композиторҙарҙың (М. И. Глинка, С. В. Рахманинов,. Н. А. Рим-Корсаков, П. И. Чайковский), башҡорт — («Ашҡаҙар», «Бейеш», «Ғайса ахун», «Зөлхизә», «Һандуғас», «Эскадрон»), татар композиторҙарының («Әллүки», «Зөбәржәт», «Урман», «Таһир-Зөһрә» һ. б.) әҫәрҙәрен башҡара. «„Урал батыр“ башҡорт эпосын уҡығас» 3-сө симфония, Морат Әхмәтовтың 4-се «Реквием-оҙон көй» симфонияһында тенор партияһын, Салауат Низаметдиновтың «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһында Егет ролен, А. З. Монасиповтың «Туҡай ритмдарында» симфоник поэмаһында (2-се ред.), Р. Харис шиғырына Р. Әхиәрованың «Аҡ һөлгө» вокаль-симфоник поэмаһында, Р . Ю. Абязовтың «Йырға әйләнгән…» триптихында, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев, Айрат Кәримов, Рафаил Ҡасимов, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Данил Хәсәншин һәм башҡаларҙың йыр һәм романстары инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1989);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999);
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000);
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2002);
  • Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1980), «Сочи-1984» бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, «Татар йыры» бөтә Союз конкурсы (Ҡазан, 1989), «Балтик йыры» эстрада йырын башҡарыусылар (Карлсхамн, Швеция, 1998) лауреаты;
  • «Соловей» фестивале лауреаты (Ҡазан, 1999, 2000);
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998);
  • Ғ. Сәләм исемендәге Премия (1990);
  • Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (2020);
  • Ғ.Ибраһимов исемендәге Премия;
  • Дуҫлыҡ ордены (2021) — ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[5];
  • Ауырғазы районының почетлы гражданы (2024)[6];
  • Салауат Юлаев Ордены (2025)[7].

Иҫкәрмәләр

  1. Формирование и развитие профессионализма в вокальной культуре волго-уральских мусульман. Электронная библиотека диссертаций (2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.
  2. Минниханов присудил премии РТ имени Габдуллы Тукая. Интернет-газета «Реальное время», 26 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2020)
  3. Северные амуры (2023). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.
  4. Радий Хабиров вручил госнаграды России и Башкирии. Электрогазета (5 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 20.04.2021 № 227 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2026. Архивировано 20 апрель 2021 года.
  6. Почётные граждане. Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.
  7. Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров вручил госнаграды заслуженным труженикам Башкирии. Башинформ (5 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.

Әҙәбиәт

  • Фәтҡуллин Ф. М. Баш очымда кош сайрады. Уфа, 1999.