Төньяҡ амурҙары (йәнһүрәт)
«Төньяҡ амурҙары» (рус. Северные амуры (мультфильм)) — Руслан Тәүәбиловтың шведтар һәм Наполеон менән һуғышҡан башҡорт яугирҙары тураһында Рәсәй анимация фильмы. Башҡортостан Республикаһында сығарылған беренсе тулы метрлы йәнһүрәт. Ролдәр Радик Юлъяҡшин, Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Фидан Ғафаров, Азамат Ғафаров һәм башҡаларҙың тауышы менән яҙҙырыла.
Премьера 2023 йылдың 31 авгусында Өфөлә үтә[1]. Дөйөм Рәсәй кино прокатына 2023 йылдың 12 октяюрендә сыға.
Сюжеты
Йәнһүрәттең төп геройҙары — биш башҡорт яугиры. Улар Рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғышын үтә. Уҡ-ян менән ҡоралланғанлыҡтан, француздар уларҙы, төньяҡ амурҙары, тип атай. Амурҙар һыбай йөрөй. Көтмәгәндә дошманға һөжүм итеп, шым ғына кире сигенә һәм тотолмай. Геройҙарҙың уйын да аңлап булмай, уларҙы тотоу ҙа мөмкин түгел[2].
Төшөрөү
«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте Өфөнөң «Муха» студияһы «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында төшөрә. Пректты эшләү өс йыл дауамында бара. Йәнһүрәтте эшләүгә «Муха» студияһының 100 хеҙмәткәре ҡатнаша. Кинотаҫма — Башҡортостанда төшөрөлгән беренсе тулы метрлы йәнһүрәт[3].
Режиссёр һәм сценарий авторҙашы — Руслан Тәүәбилов. Үҙенсәлекле сюжетты ул сценаристар Олег Батухтин һәм Рәмил Рәхимов менән берлектә эшләй.
- Композиторы: Вероника Мортазина
- Рәссамы: Александр Мотавин
- Продюсерҙар: Артур Абдрахманов, Юнир Әминев, Камил Буҙыҡаев
Фильм төшөрөү 47 миллион һумға барып баҫа[4]. Рәсәй прокатына 2023 йылдың 12 октябрендә сыға[2].
Ролдәрҙе яҙҙыралар
| Актёр | Роль |
|---|---|
| Радик Юлъяҡшин | |
| Нәзифәа Ҡадирова | |
| Иҙрис Ғәзиев | |
| Фидан Ғафаров | |
| Азамат Ғафаров | |
| Илья Тавлияров | |
| Руслан Ронич |
Фильм тураһында
Руслан Тәүәбилов, режиссёр:
Был йәнһүрәт ике һуғышты күрһәтә, әммә ул һуғыш, геройҙарыбыҙҙың барыһын да еңеүе тураһында түгел. Ул — тәжрибә, тормош ҡиммәттәренең быуындан-быуынға тапшырылыуы тураһында. «Амурҙар» прокатҡа сыҡҡас, тамашасыға ябай ғына, әммә беҙ онотҡан нәмәләрҙе иҫенә төшөрөрөнә өмөтләнәм. Ололарҙы тыңларға һәм уларҙы ихтирам итергә, балаларға күберәк иғтибар бүлергә кәрәклеген онотабыҙ[5].
Йәнһүрәт геройҙары бер нисә: башҡорт, рус һәм бер аҙ француз телендә һөйләшә. Фильм ике: рус һәм башҡорт телендә сыға. Төшөрөүселәр әйтеүенсә, уны башҡорт телендә ҡарауы ҡыҙығыраҡ — һүҙ уйнатыуҙар күберәк[6].
Анимация фильмынан тыш ижади төркөм «Төньяҡ амурҙары» уйынын да эшләгән, уны смартфонға күсереп алырға була.
Фестивалдәре һәм наградалары
2024 йылда йәнһүрәт Мәскәүҙә үткән III Халыҡ-ара Дөрөҫ кино фестиваленең «Иң яҡшы анимация фильмы» номинацияһында еңеү яулай[7].
Тәнҡит
Екатерина Чижик, «Уфа1.ру» күҙәтеүсеһе:
«Төньяҡ амурҙары» примитив. Төп геройҙары телмәренән тыш та аңлашылған, яңы мәғәнә, ишара йәки подтекст барлыҡҡа килтергән бер нисә кадрҙы берләштергән монтажлы кино теле лә ҡулланылмай. Сценаристар барыһын да асыҡтан-асыҡ бирә. «Был бит балалар йәнһүрәте», — тиерһегеҙ. Әммә «Смешариктар»ҙа кинәйә күп, ул хатта ололарға ла ҡыҙыҡ. «Төньяҡ амурҙары» үҙенән һуң бер ниндәй тойғо ла, уйланыу өсөн сәбәп тә ҡалдырмай[8].
Гөлназ Данилова, «Российская газета» хәбәрсеһе:
Фильм ҡыҙыҡлы — баталиялар кадрҙары Башҡортостандың матур пейзаждары менән аралашып бара һәм был тамашасыға көслө хис-тойғо йоғонтоһо яһай, сөнки унда ҡыҙыҡлы хәл-торош һәм юмор бик күп. Персонаждар бик ентекле эшләнгән, уларҙың хиә-тойғоһо аныҡ бирелгән, шуға ла улар тере кеүек күренә[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Над озвучкой «Северных амуров» трудился десант звезд от Юльякшина до Абдразакова. 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Северные амуры (2023). Кино-театр.ру (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2025.
- ↑ Легкая победа башкир над злыми европейцами: каким зрители увидели мультфильм «Северные амуры» (16 октябрь 2023). 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Башкирский мультфильм «Северные амуры» признали «самым правильным» (17 май 2024). 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Мультфильм – на высоком уровне» – рассказываем о «Северных амурах» и уфимской студии «Муха», которая его создала. 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Семь интересных фактов о мультфильме «Северные амуры», которые вы не знали. www.bashinform.ru. Башинформ (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2025.
- ↑ Уфимский мультфильм признан лучшим на международном фестивале правильного кино (14 май 2024). 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Екатерина Чижик. Ярко и непонятно: в Башкирии выйдет мультфильм «Северные амуры» — рассказываем, стоит ли его смотреть. 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Гульназ Данилова. В Уфе показали полнометражный анимационный фильм "Северные амуры" - Российская газета (28 август 2023). 13 май 2025 тикшерелгән.