Муха (анимация студияһы)
Муха — Рәсәйҙә Өфө ҡалаһында 1988 йылда художник һәм режиссёр Виталий Мөхәмәтйәнов нигеҙ һалған анимация студияһы. Ул Рәсәйҙә тәүге булып оригиналь комикстар сығарыуға, анимациялы клиптар, компьютер графикаһы һәм кино, телевидение өсөн махсус эффекттар әҙерләүгә махсуслашҡан студияларҙың береһе булып тора.
Тарихы
Тәүҙә «Муха» журналы 1980-се йылдар аҙағында Өфөлә ойошторола, Ул саҡта 108-се урта мәктәпте тамамлаған Һәм рәссам булып киткән Виталий Мөхәмәтйәнов Матбуғат йортоноң сарлағында (рус.)баш. фекерҙәштәр төркөмөн йыя. Студияға һалыусыһының фамилияһы русса Мухаметзянов, мәктәптә ҡушаматы «Муха» булған, студмяның исеме шунан килеп сыҡҡан. Тәүге йылдарҙа коллектив, көнбайыш өлгөләренән баш тартып, беренсе ватан комикстарын сығара. Айырыуса детектив эт Рипли тураһында тарих популяр була, уның беренсе сығарылышы 1,5 миллиондан ашыу дана тираж менән сығарыла.
1990-сы йылдарҙа «Муха» журналы (рус.)баш. феноменға әйләнә: сығарылыштарҙың тиражы 200 000-гә етә, немец журналы Kromix менән хеҙмәттәшлек итеү комикстарҙың ике телдә рус һәм немец телдәрендә версияһын сығарырға мөмкинлек бирә. Уңышҡа ҡарамаҫтан, ун йыллыҡ уртаһында иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында баҫма туҡтатыла.
Һуңыраҡ «Муха» видеоклиптар һәм махсус эффекттар ижад итеүгә күсә. Студия проекттары араһында билдәле Рәсәй төркөмдәре өсөн клиптар, фильмдар һәм сериалдар өсөн 3D-анимация. «Мастер һәм Маргарита» сериалы өсөн махсус эффекттар, шул иҫәптән Шайтан балы сәхнәһе, мөһим эштәрҙең береһе була[1].
Проекттар һәм хеҙмәттәшлек
Студия Рәсәйҙең алдынғы кинокомпаниялары менән хеҙмәттәшлек итеүе менән билдәле. Төрлө йылдарҙа «Код Апокалипсиса», «На игре», «Первый после Бога» һәм башҡа фильмдар эшләй. 2017 йылда садко тулы метражлы анимация фильмы релизы була, уның өҫтөндә Мөхәмәтйәнов Сергей Сельянов (рус.)баш. менән бергә эшләй.
2024 йылдың декабрендә студия «Союзмультфильм» (рус.)баш. киностудияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Был партнерлыҡ сиктәрендә Өфө рәссамдары берлектәге проекттарҙа, шул иҫәптән «Петрушка» һәм «Салауат тоҡомдары» йәнһүрәттәре төшөрөүҙә ҡатнаша[2].
Ойоштороусылар һәм етәкселәр
Нигеҙ һалыусыһы: Виталий Мөхәмәтйәнов (1965-2016) рәссам, мультипликатор, клипмейкер һәм продюсер. 51 йәшендә вафат булды.
Студия директоры: Артур Абдрахманов.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Парк урамы, 9.
«Муха» анимация студияһы Өфө сәнғәте тарихында мәҙәни күренешкә әйләнде. Студия сығарған комикстар, видеоклиптар һәм йәнһүрәттәр ватан визуаль мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Мөхәмәтйәнов үлгәндән һуң күп һанлы дуҫтары һәм коллегалары уны үҙ идеялары һәм ярҙамы менән йомарт уртаҡлашҡан талантлы һәм изге күңелле кеше булараҡ иҫкә ала.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Дикая смесь американского хоррора с советскими фильмами про милицию»: история уфимской студии «Муха», которая рисовала первые в стране комиксы. Уфа1.ру (4 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2025.
- ↑ Павел Крайнов. Башкирская студия «Муха» стала партнером «Союзмультфильма». Комсомольская правда (21 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.
Һылтанмалар
- Муха. Студия Муха. Официальный сайт.