Матбуғат йорто

Sight symbol black.svg архитектура ҡомартҡыһы (төбәк)

Матбуғат йорто — редакция-нәшриәт комплексы.

Тарихы

1972 йылда архитектор А. А. Пахомов проекты буйынса төҙөлгән. Өфөлә урынлашҡан. Унда «Башҡортостан» нәшриәте, шулай уҡ ҡуртым шарттарында республика, ҡала гәзит һәм журналдары («Башҡортостан», «Башҡортостан ҡыҙы», «Вечерняя Уфа», «Йәшлек», «Йәншишмә», «Кызыл таң», «Молодёжная газета», «Республика Башкортостан», «Һәнәк» һ. б.), үҙәк ваҡытлы матбуғат баҫмалары вәкиллектәре һәм башҡа учреждениелар, ойошмалар урынлашҡан. Матбуғат йортонда Журналистар союзы һәм Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының саралары үткәрелә.

Һылтанмалар