Буҙыҡаев Камил Радик улы

Буҙыҡаев Камил Радик улы (17 июль 1968 йыл) — рәссам-карикатурасы, скульптор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

undefined

Биографияһы

Камил Радик улы Буҙыҡаев 1968 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Малай-Муйнаҡ ауылында тыуған. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында уҡый[2]. Хеҙмәт эшмәкәрлеген, әрме хеҙмәтенән һуң, 1988 йылда Абҙаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булып башлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында юғары белем ала[3]. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый[2].

1990—2010 йылдарҙа Өфө, Учалы ҡалаларының төрлө ойошмаларында рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Ошо арауыҡта шулай уҡ Учалы районының Мансур төҙөлөш материалдары комбинатында — таш ҡырҡыусы, «Һанғалыҡ диорит карьеры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә — директор урынбаҫары, «Память» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә директор була.

Үҙ эшен аса һәм 2004—2017 йылдарҙа шәхси эшҡыуар булып теркәлә. 2020 йылдан — «Фонд поддержки кинематографа „89 Промоушен“ (Продвижение)» хәйриә фонды директоры.

2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Ижады

Студент йылдарынан уҡ «Муха» комикс-студияһында комикстар төшөрә. Башҡорт батырҙарына арналған патриотик комикстары башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә. Махсус хәрби операция башланғас, яугирҙарҙың ҡаһарманлығын комикстар аша күрһәтә.

2023 йылда К. Буҙыҡаевтың «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте экрандарға сыға[3]. Рәссамдың осло ҡәләменә медиа-мөхиттә билдәле сәйәсмәндәр, чиновниктар, ҡайһы берҙә спортсылар эләгә[2].

2019 йылда Өфө ҡалаһы тарихы музейында — «Мына, ҡарале», 2020 йылдың декабрендә М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында «Уфа гуляем» тип аталған күргәҙмәләре асыла[4].

Ғаиләһе

Ғаиләле, дүрт бала атаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы[1].