Урал моңо (фестиваль)
Урал моңо (рус. Урал моно) — ике йылға бер тапҡыр ойошторолған төрки телле йәштәрҙең музыкаль ижадының халыҡ-ара конкурс-фестивале.
Тарихы
Фестивалде 1992 йылда Башҡорт йәштәре иттифағы, «Йәшлек» гәзите, «Ант» студияһы ойоштора. 1995 йылда ул халыҡ-ара кимәлгә сыға[1]. 2001 йылдан «Төрксой» Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы генераль дирекцияһы хуплауында үтә.
2001 йылдан сарала Төркиә, Монголия, Ҡытай, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Алтай, Тыва, Татарстан, Хакасия, Саха (Яҡутстан), Ҡабарҙы-Балҡария, Ҡарасай-Черкессия, Марий Иле, Дағстан, Чечня Республикаһы, Ҡалмыҡстан вәкилдәре ҡатнаша.
Конкурс-фестивалдең маҡсаттары һәм бурыстары
Конкурс-фестивалдең маҡсаттары һәм бурыстары: төрки йәштәренең заманса милли музыкаль ижадын пропагандалау; төрки халыҡтарының милли йолаларын, традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау; төрки халыҡтары араһында милләт-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү; йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу.
Конкурсты ойоштороусылар
«Төрксой» Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.
Гран-при яулаусылар
Төрлө йылдарҙа фестиваль-конкурстың Гран-прийына Башҡортостан Республикаһынан — «Дәрүиш» (1992), «Диуана», «Аҡйондоҙ», «Рух», Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан — «Алмасты», «Иман», Татарстан Республикаһынан «Казан егетләре» төркөмдәре, Тыва Республикаһынан Аяс-оол Данзырин менән Юлиана Ондар, Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов (2012)[2], Нурғәли Турлыбеков, Рәсүл Ҡорбанов (2018)[3], Алтай Республикаһынан — Добрыня Сатин (2016)[4], Башҡортостандан — Венера Рәхмәтуллина, Марсель Ҡотоев (2014)[1], Монголиянан Алтын цэцэк Жарантай, Ҡырымдан «Бельбек» коллективы (2010)[5] лайыҡ була.