Дәрүишхан (төркөм)

«Дәрүишхан»башҡорт телендә йырҙар башҡарған башҡорт рок-төркөмө. Башҡорт рогына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Тарихы

Төркөм 1989 йылда Башҡортостан Республикаһының Хайбуллы районы Маҡан ауылындағы Маҡан мәҙәниәт йортонда, лидер-гитарасы һәм композитор Альберт Ғәббәсов етәкселегендә ойошторола. Тәүҙә урыҫ телендә йырҙар башҡарған «Крик» төркөмөн ойоштора. Әммә шул уҡ 1989 йылда төркөм «Дәрүиш» тип атала башлай, ә 1992 йылда «Дәрүишхан» тип үҙгәртелә.

Коллектив составында: аранжировкалаусы һәм тауыш режиссеры Р.Абдеев, клавиатурасы Ирек Абдуллин, вокалсы һәм гитарасы Юлай Асҡаров, гитарасы һәм музыка авторы Альберт Ғәббәсов, вокалсы һәм йыр тексы авторы Дим Ҡоләхмәтов (Дим Мәннәнов булараҡ билдәле), бас-гитарасы Альберт Ниғмәтуллин һәм барабансы Альберт Нурисламов[1]. Төркөмдөң лидеры Дим Мәннәнов була[2][3].

1992 йыл аҙағында төркөм тулыһынса Өфөгә күсә, ә бер айҙан һуң, 1992 йылдың февралендә, беренсе «Урал моңо» конкурсында Гран-при ала. Был унда «тере тауыш» менән уйнаған берҙән-бер команда була (телевидение ҡурҡа һәм фонограмма тауышын талап итә). Артабан төркөм концерттарҙа һәм башҡорт телевидениеһында әүҙем сығыш яһай. Тап ошо осорҙа төркөмгә ҙур популярлыҡ килтергән йырҙар яҙыла. Композицияларҙы һәм йырҙарҙы башҡарыуҙың техник кимәле күтәрелә.

Төркөм 2009 йылда, Дим Мәннәновтың вафаты менән бәйле, йәшәүҙән туҡтай. Шуға ҡарамаҫтан, 10 йылдан һуң Бөтә донъя башҡорттар Ҡоролтайы йыйылышында сығыш яһау, ретро-концерттар һәм башҡа саралар сиктәрендә үҙ эшен тергеҙә.[4][5] 2019 йылда төркөмгә йырсы булып Ян Лира ҡушыла[6].

Фекерҙәр

Тарих фәндәре кандидаты Азамат Бураншин билдәләүенсә, «Дәрүишхан»дың ижады, «Рух», «Ант», «Каруанһарай» рок төркөмдәре кеүек үк, 1990 йылда милли үҙаңды күтәреү тулҡынында барлыҡҡа килгән башҡорт рок музыкаһына хас вәкиле булып тора. Уның фекеренсә, «Рух» менән бер рәттән «Дәрүишхан» замандағы «легендар» тип атарға мөмкин булған ике башҡорт төркөмөнөң береһенә әүерелде.[7][8]

Составы

  • Альберт Ғәббәсов — йырҙар авторы, композитор
  • Дим Мәннән — вокал, йыр тексы авторы
  • Альберт Ниғмәтуллин — бас-гитара
  • Ирек Абдуллин — клавиатурасы
  • Альберт Нурисламов — барабансы
  • Юлай Асҡаров — вокал һәм гитара
  • Р. Абдеев — аранжировкалаусы һәм тауыш режиссеры
  • Ринат Зарипов — вокал, гитара
  • Артур Ғүмәров — барабандар
  • Надир Юлбарисов - гитара

Наградалары

  • «Урал моңо» Республика конкурс-фестиваленең Гран-приһы («Урал көйҙәре»; Өфө, 1992)

Иҫкәрмәләр

  1. Дервиш-хан | История | Слушать произведения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  2. «Песни «Дервиш-хана» пою с детства» - новый солист группы Ринат Зарипов. www.bashinform.ru (13 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2021.
  3. Легенды башкирского рока. Творчество группы «Дервиш-хан». А. М. Буранчин. Информационно-аналитический портал «КЛИО»
  4. Башкирская рок-группа «Дервиш-хан» готовится к сольному концерту. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  5. В Ишимбайском районе прошел республиканский праздник «Торатау йыйыны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2021. Архивировано 20 июль 2021 года.
  6. Лейла Аралбаева. Ян Лира: песни «Дервиш-Хана» ассоциируются со свободой и детством. Башинформ (5 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
  7. Буранчин Азамат. Легенды башкирского рока: творчество группы "Рух" // Ватандаш. — 2014. — Вып. 6 (213). — ISSN 1683-3554. Архивировано 20 июль 2021 года.
  8. Буранчин Азамат. Общегражданская и этническая идентичность в современном башкирском обществе // Ватандаш. — 2018. — Вып. 8 (263). — ISSN 1683-3554. Архивировано 20 июль 2021 года.

Әҙәбиәт

  • Дервиш-хан // Хайбуллинская энциклопедия. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — С.179.