Ян Лира
Ян Лира, Лира Ян Владимирович (1990 йылдың 3 апреле, Алабуға, Татар АССР-ы[d]) — Рәсәй йырсыһы, музыканты һәм йырҙар авторы. Тергеҙелгән башҡорт рок-төркөмө «Дәрүишхан» төркөмө йырсыһы (2019 йылдан). Милли конкурстар һәм фестивалдәр еңеүсеһе, лирик композициялары һәм эстрада номерҙары менән билдәле.
Биографияһы
Ян Лира күп милләтле ғаиләлә, 1990 йылдың 3 апрелендә Татар АССР-ының Алабуға ҡалаһында тыуған. Атаһы поляк сығышлы, әсәһе — билдәле башҡорт йырсыһы Зилә Лира. Бала сағы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында үтә, унда ул башҡорт мөхитендә тәрбиәләнә[1][2].
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң, 2007 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йылдарында төрлө педагогтарҙа белем ала, академик вокал нигеҙҙәрен үҙләштерә, опера арияларын башҡара[3].
Ижады
2000 йылда тәүге тапҡыр «Ирәндек моңдары» республика конкурсында сәхнәгә сыға, унда лауреат була. Артабан да фестиваль һәм конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итә һәм уларҙа ла бер нисә тапҡыр шундай уҡ исем ала: «Халҡым моңо» (Стәрлетамаҡ), «Аҫылташ» (Стәрлетамаҡ), «Хыял» (Стәрлетамаҡ), «Йәшлек-шоу» (Стәрлетамаҡ), «Ер еләге аҡланы» (Өфө), «Урал батыр» эпосын һөйләүселәрҙең республика конкурсы һ.б.
2004 йылда әсәһе йырсы Зилә Лира һәм ағаһы Вәлит Мөхәмәтғәлин менән берлектә үҙенең тәүге альбомын сығара, унда Ян башҡарыуында биш йыр инә.
2009 йылда «Мистер Стәрлетамаҡ» конкурсында «Вице-мистер Стәрлетамаҡ» номинацияһына лайыҡ була.
2010 йылда Баймаҡ районының КВН командаһы составында уйнай башлай. Шул уҡ йылда йәш музыканттарҙың XVI асыҡ республика конкурсы дипломанты була һәм бер юлы ике телевизион конкурста ҡатнаша. Уларҙың береһендә («Туған моңдар», Башҡортостан юлдаш телевидениеһы) лауреат исемен ала, ә «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсында (БСТ) «Йыл асышы» номинацияһында еңеү яулай.
2012 йылда — Руслан Тимерханов менән дуэтта «Дәртле йәшлек» төбәк фестивале лауреаты.
2013 йылда «Turkvizyon-2013» конкурсының ярымфиналында Башҡортостан Республикаһы буйынса 1-се урынды яулай.
2014 йылда «Башҡорт йыры» республика телевизион конкурсында ҡатнаша, унда «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында приз ала.
2014 йылда «Яҙмыш бүләге» һәм Саша Валет менән дуэтта «Дорога к солнцу» тигән ике альбомы сыға.
Йырсының репертуарында үҙенең үҙенсәлекле башҡарыуында төрлө пландағы вокаль әҫәрҙәре күп, улар араһында башҡорт халыҡ йырҙары, классика, романстар һәм бик күп эстрада йырҙары бар. Тауышының бөтә диапазонын күрһәтергә мөмкинлек биргән ҡатмарлы материал менән эшләүҙе хуп күрә[4][3].
«Дервиш-Хан» төркөмөндә
Ян Лира «Дәрүишхан» төркөмөнә 2019 йылда кастингтан һуң килә. Коллектив 1990-сы йылдар аҙағында билдәле, әммә 2005 йылда Дим Мәннән вафат булғандан һуң төркөм эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ансамблдең яңы составы һәм Лира тауышы менән яңырыуы башҡорт музыкаль мөхитендә мөһим ваҡиғаға әүерелде.
Рок-композициялар ҙа, лирик йырҙар ҙа башҡара, жанрҙар менән эксперименттар үткәрә. Музыка һәм текстарҙы үҙаллы яҙа, үҙ композицияларын аранжировкалауҙа ҡатнаша. Музыкаль эшмәкәрлегенән тыш, үҙен кинола һынап ҡарай. 2020 йылда Булат Йосоповтың «Ер Һүҙе/Онлайн» проекты сиктәрендә «Хәтер» ҡыҫҡа метражлы фильмында ҡатнаша[4].
Башҡа эшмәкәрлеге
Ян Лира кино сәнғәте менән дә ҡыҙыҡһына. Режиссёр Булат Йосоповтың кино мәктәбе проектында ҡатнашып, «Хәтер» ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрә.
Шулай уҡ аудиокитаптар яҙҙырыу, социаль селтәрҙәрҙә ижади контент булдырыу менән шөғөлләнә[4][3].
Шәхси тормошо
Йырсы шәхси тормошон киң йәмәғәтселеккә сығармаҫҡа тырыша. Үҙен башҡорт мәҙәниәте һәм традицияларына тоғро тип иҫәпләй, ижадында милли ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙы мөһим тип һанай[4].
Бүләктәре һәм ҡаҙаныштары
- «Ирәндек моңдары» республика конкурсы лауреаты (2000),
- «Туған моңдар» телевизион конкурсы лауреаты,
- «Гәлсәр һандуғас» конкурсы — «Йыл асышы» номинацияһы,
- Күп һанлы республика һәм ҡала фестивалдәре лауреаты[3].
Дискография
Төп сығанаҡ: [5]
- «Яҙмыш бүләге» (2014);
- «Дорога к солнцу» (Саша Валет менән дуэтта, 2014).
- «Һине көтә йөрәк» (сингл, 2026);
- «Йәшегем» (Гүзәл Әхмәтова менән, 2026);
- «Ғәйепләмә» (2026);
- «Бәхет хакына» (2026);
- «Вәғәҙә итә алам Яңы йылда» (Ильяс Кинйәғолов менән, 2025);
- «Керәһең төшөмә» (2025);
- «Юлдар, юлдар» (Ilgizmo менән, 2025);
- «Ауылымды бөгөн төштә күрҙем» (Зилә Лира менән, 2025);
Репертуары
Төп сығанаҡ: [6]
- Бергә типһен йөрәктәр — Ян Лира;
- Йырлы йәй — Ян Лира, Ильяс Кинйәғолов, Таһир Әсәҙуллин;
- Йәнгә ут һалаһың — Ян Лира, Nail Bashstyle;
- Йәнем минең — Ян Лира;
- Китәһең — Ян Лира, Руслан Тимерланов;
- Мине һайла — Ян Лира, Руслан Тимерланов;
- Әгәр hин булмаhаң янымда — Ян Лира, Саша Валет;
- Туйға теләк — Ян Лира;
- Яҙғы сәскәм — Ян Лира;
- Яҙмыш бүләге — Ян Лира;
- Һағыныу йыры — Ян Лира, Саша Валет;
- Һиңә табынам — Ян Лира.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Заһиҙә Мусина. Ян, тыуған көнөң менән! Шоңҡар журналы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ Рәмилә Мусина. Тәүге һаҡ аҙымдарыңды әле лә хәтерләйем... (башҡ.). Башҡортостан гәзите (4 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Ян Лира. Биография (башҡ.). Ufa-all (3 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Лейла Аралбаева. Ян Лира: песни «Дервиш-Хана» ассоциируются со свободой и детством. Башинформ (5 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ Ян Лира альбомы. Кион. Музыка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Ян Лира. Слушать онлайн. Музыка. Майл.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.