Nail Bashstyle

Nail Bashstyle (төп исеме Тимербаев Наил Рәмил улы; рус. Тимербаев Наиль Рамилевич; 1990 йылдың 21 авгусы, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — артист, диджей, аранжировщик.

Биографияһы

Наил Рәмил улы Тимербаев (ижади псевдонимы Nail Bashstyle) 1990 йылдың 21 авгусында Башҡорт АССР-ының[1] баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

144-се Башҡорт гиназияһында, Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең ҡурай класында уҡый. 11-се синыфты 2007 йылда Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында тамамлай.

20072011 йылдарҙа хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Педагогика институтының музыка бүлеге студенты. Был юғары уҡыу йортон музыкаль-компьютер технологиялары һөнәре буйынса тамамлай.

Хәҙерге ваҡытта сәхнәлә сығыш яһауы менән бер рәттән видеороликтар һәм ҡыҫҡа фильмдар төшөрөү менән шөғөлләнә, башҡорт блогерҙары менән хеҙмәттәшлек итә, видеоларында үҙе-үк режиссёр эштәрен башҡара[2].

Ижади эшмәкәрлеге

2007 йылда синыфташы Айбулат менән «Bashstyle» исемле төркөм ойоштора. Улар башҡорт телендә рэп һәм йәштәрҙең дискотека бейеүҙәре өсөн музыка яҙа, сәхнәләрҙә сығыш яһай. «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестивалендә «Bashstyle» төркөмө 2007 йылда «Өмөт» номинацияһында, 2008 йылда — «Иң яҡшы төркөм» номинацияһында еңеүсе була.

2012 йылдан «Nail Bashstyle» сәхнә псевдонимы менән үҙ аллы сығыш яһай башлай. Шул уҡ йылда «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестивалендә «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы диджейы» тигән исем яулай. Йәштәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған

Тыуған ҡалаһы Өфөләге, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур, Магнитогорск һәм Рәсәйҙең күп кенә башҡа ҡалаларындағы башҡорт дискотекаларында сығыш яһай[3][4].

Шәхси тормошо

• Өйләнгән, ҡатыны — Минзәлә, сығышы менән Баймаҡ районының Оло Басай ауылынан; ҡыҙҙары Сафия.
• атаһы — Рәмил Наил улы, отставкалағы полиция подполковнигы. Сығышы менән Стәрлебаш районынан.
• әсәһе — Земфира Шәрифйән ҡыҙы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сығышы менән Күгәрсен районынан.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  2. Nail Bashstyle. Сайт «uralmusicnight». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
  3. Наиль Башстайлдың беренсе шәхси концерты (башҡ.). «Интересный контент» сайты (23 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
  4. Nail Bashstyle собирает друзей. Информационный сайт ПоУфе.ru (7 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар

Nail Bashstyle. Сайт «uralmusicnight». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
Исполнители. Nail Bashstyle. Поп-музыка. Чарт «МТС Музыки». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.  (рус.)
Наиль Башстайлдың беренсе шәхси концерты (башҡ.). «Интересный контент» сайты (23 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
Nail Bashstyle собирает друзей. Информационный сайт ПоУфе.ru (7 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)