Айда/Әйҙә играть
Айда/Әйҙә играть (рус. Айда играть) — Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивале, йыл һайын Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында үткәрелә. Сара – Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтарҙы күрһәтеү, тармаҡ белгестәре араһында тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ ғаилә менән ял итеү һәм уйын мәҙәниәтен популярлаштырыу өсөн күләмле интерактив майҙансыҡ ойоштороу. Фестиваль тәүге тапҡыр 2023 йылда уҙғарылды һәм шул ваҡыттан алып йыл һайын Өфөнөң Совет майҙанында уҙғарыла.
Фестивалдең маҡсаты һәм ойоштороусылары
- Маҡсаты
- Рәсәй уйынсыҡтарын популярлаштырыу һәм балалар тауарҙары сәнәғәтен үҫтереү;
- бергәләп уйнау аша ғаилә институтын нығытыу;
- балаларҙың ижадҡа, фәнгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу;
- мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн инклюзив мөхит булдырыу;
- ҡул эштәре етештереүселәргә һәм оҫталарға ярҙам итеү.
- Фестивалде ойоштороусылар
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, балалар тауарҙары сәнәғәте предприятиелары ассоциацияһы[1].
Тарихы
Өфөлә беренсе тапҡыр «Айда/Әйҙә играть» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале 2023 йылдың 14 сентябрҙән 17-һенә тиклем үтте . Совет майҙанында 4 көн эсендә бөтә Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән 250 меңдән ашыу бала һәм ата-әсә булды.
Фестивалдә 140 етештереүсе уйынсыҡтары, һирәк осрай торған коллекцион әйберҙәр, анимация һәм уйынсыҡтар булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ айырым ихтыяждары булған балалар өсөн майҙансыҡтар күрһәтелде. Ҡунаҡтар XX быуат башында ҡалған оригиналь уйынсыҡтарҙы ҡарай, конкурстарҙа, викториналарҙа, спорт уйындарында ҡатнаша алды.
Башҡорт бөҙрә аты фестивалдең символына әйләнде, ә хәйриә сараһында йыйылған уйынсыҡтар балалар йорттарына, дауаханаларға оҙатылды.
Фестивалде үткәреү идеяһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтыҡы. Тәүҙә шикләнеүҙәргә ҡарамаҫтан, был сараны йыл һайын үткәреүгә ҡарар ителде[2]. Сара туризм өлкәһендәге Russian Event Awards (рус.)баш. Халыҡ-ара конкурсында «2023 йылдың милли ваҡиғаһы» номинацияһында премияға лайыҡ булды[3].
2025 йылда уҡ икенсе фестиваль үтте, ул 5 июндән 8-енә тиклем үтте. Фестивалдә яңы уйынсыҡ моделдәре, ижади оҫтаханалар, конкурстар һәм аниматорҙар сығыштары күрһәтелде. Һәр кем төҙөлөш комплекттары, пазлдар, ҡурсаҡтар менән уйнай алды, шулай уҡ иң яҡшы уйынсыҡ өсөн тауыш биреүҙән ҡатнаша алды:
- балалар әйтеүенсә, Башҡортостанда эшләнгән «Интерактив танк алышы» уйыны еңеүсе,
- ата-әсәләр әйтеүенсә, йомшаҡ Барсик Бесәй уйынсағы,
- өләсәйҙәр һәм олатайҙар милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы һайланы,
- ә эксперттар «Простоквашино» йәнһүрәте буйынса төҙөлөш конструкторын һайланы.
Шулай уҡ еңеүселәр махсус номинациялар буйынса бүләкләнде, ә һатылмай ҡалған уйынсыҡтар балалар йорттарына тапшырылды.
Фестивалдә «Хәйерле төн, бәләкәстәр!» (рус.)баш. телетапшырыуы төшөрөлдә һәм Дмитрий Маликовтың (рус.)баш. концерты менән тамамланды[4].
Әһәмиәте
«Айда/Әйҙә играть» фестивале Өфө һәм Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош ил өсөн әһәмиәтле мәҙәни ваҡиғаға әйләнде. Ул үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны пропагандалау, педагогик практика менән алмашыу, уйын аша ғаилә бәйләнештәрен нығытыу һәм инклюзив ҡарарҙарҙы балалар мөхитенә интеграциялау майҙансығы булып хеҙмәт итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Рәшит Кәлимуллин. Әйҙә, уйнарға! Өфөгә! (башҡ.). Башҡортостан гәзите (5 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Яна Базекина. https://www.ufa.kp.ru/daily/27557/4825565/. Комсомольская Правда (19 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Ирина Видонова. Башкирия получила 31 диплом Международной премии Russian Event Awards. Республика признана лучшим регионом событийного туризма (29 ноября, 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Павел Крайнов. Как в Уфе прошел II Всероссийский фестиваль игр и игрушек «Айда играть!» (10 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.